Сөнки һабын ҡалдыҡтарынан ҡул йыуыу өсөн бына тигән шыйыҡса яһарға мөмкин. Бының өсөн бәләкәйләнгән һабын киҫәктәрен ваҡ итеп турап йәки ҡырғыстан үткәреп, шыйыҡ һабындан ҡалған һауытҡа тултырығыҙ ҙа бер аҙ ғына һыу һалығыҙ. Ваҡыты менән уны болғатып торһағыҙ ҙа була. Һабын иреп бөткәс, өҫтөнә саҡ ҡына йыуыныу өсөн гель өҫтәгеҙ. Бына инде һеҙҙең иҫке һабын ҡалдыҡтарынан бынамын тигән шыйыҡ һабын килеп сыҡты. Бигерәк тә йәй көнөндә баҡса эштәренән һуң уны рәхәтләнеп ҡулланырға мөмкин.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова.