Даирә
+33 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
1 Июня 2021, 11:43

Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2021

Мәләүез районының йәмле Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы “Тау һауаһы” ял базаһында “Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2021” юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары конкурсы үтте.

Мәләүез районының йәмле Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы “Тау һауаһы” ял базаһында “Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2021” юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары конкурсы үтте.
Йыл да “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсын үткәреү осраҡлы түгел. Ул балалар һәм үҫмерҙәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белһен өсөн ойошторола. Унда республиканың район-ҡала ларынан иң яҡшы 62 командаһы көс һынашты. Командалар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен генә түгел, велосипедта йөрөү оҫталығын, ижади һәләттәрен дә күрһәтте, беренсе ярҙам күрһәтеп ҡараны. 3 көн барған конкурста балалар төрлө күңел асыу сараларында ла әүҙем ҡатнашты.
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Мәғариф ми нистры урынбаҫары Филүс Ми нәзев, Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, республиканың ЮХХДИ ида ралығы начальнигы Динар Ғилметдинов, Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкиле Сергей Кинев, район-ҡала эске эштәр бүлеге начальнигы ва зифаһын башҡарыусы Александр Заварзин ҡатнашты.
Беҙҙең район данын уҡытыусы Г.Баязитова етәкселегендәге “Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары” командаһы яҡланы. Улар “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре белгестәре” станцияһында 1-се урын яулауға иреште. Йәш ҡырмыҫҡалыларҙы райондың юл хәрәкәте хәүеф һеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Артур Мырҙабаев оҙатып барҙы.
Еңеүселәр БР ЮХХДИ Ида ралығының һәм Мәғариф ми нистрлығының дипломдарына, ҡиммәтле приздарға лайыҡ булды. Иң мөһиме – балалар онотолмаҫ матур тәьҫораттар алып ҡайтты. Уларға киләсәктә лә тик уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.
Читайте нас