Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
31 Май 2021, 14:19

Юл тамғалары һалыуҙа тәртип юҡ

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбировтан юлсыларға ла шелтә эләкте. Башлыса, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа юл тамғаларын һыҙыу эше ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы.

Республика етәксеһе фотоһүрәттәр күрһәтте. Береһендә Иглин районында Алаторка – Охлебинин автомобиль юлында йүнәтелмәгән юлға тамға һыҙғандар. Ошо уҡ юлда юл тамғаһы урыны менән бөтөнләй юҡ, урыны менән ҡыйыш-мыйыш һыҙылған. Радий Хәбиров транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульковҡа мөрәжәғәт итте.
– Тамға һыҙған кеше йоҡоһонан уянғанмы һуң, исмаһам? Хәҙер ямғырҙар башлана, ни эшләргә тейешбеҙ? Ошолай итеп һыҙылған буяу бер көндән юйылып бөтәсәк. Мин һеҙҙе ике тапҡыр киҫәттем, өсөнсөһө булмаясаҡ. Минең менән шаярмағыҙ. Бындай юл тамғаһы – енәйәт, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы тикшереүе мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә районда эштәр алып барылмай тиерлек. 200 километр үтеп тә, тамға һыҙған подрядсыны тапмағандар.
Шулай уҡ тикшереү шуны асыҡлаған: тамға әҙерлекһеҙ урындарҙа һыҙылған. Юлда соҡорҙар ямалмаған, башҡа етешһеҙлектәр бөтөрөлмәгән. Шулай уҡ юл япмаһын бысраҡтан һәм саңдан да таҙартып тормағандар. Ҡайһы бер ерҙә тамға ҡыйыш һыҙылған, ҡайҙалыр насар күренә, юлдың ситенә һыҙып ҡуйғандары ла осраған.
Бынан тыш, подряд ойошмаларының эштәрҙең тәүлек планын үтәмәүе асыҡланған. Улар эшләргә тейеш ваҡытта бөтөнләй күренмәгән. Радий Фәрит улы вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа был ойошмаларҙың етәкселәрен саҡырып һөйләшеү ойошторорға ҡушты.
– Йүнле юл тамғаһы беҙҙә буламы-юҡмы? Кадр ҡарарҙары ҡабул ителәсәк, – тине республика етәксеһе.
Быйыл юл тамғаларын һыҙыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 317 миллион һум аҡса бүленгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: