Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
31 Май 2021, 13:37

"Ул арбала минең әсәйем дә ултырырға тейеш ине..."

Бәрелештең иң нығы уҡытыусы ҡатынға тура килә, уның аяғын тубығынан аҫта ҡырҡалар.

Уҙған ялдарҙа Мәсетле районының Мөслим ауылы янында булған авария бар республикала шаңдау тыуҙырҙы. Гармун уйнап, йырлашып ат арбаһында милли байрамға китеп барған кешеләрҙе еңел автомашина бәрҙереп, өлкән йәштәге инәй-ағайҙар ауыр йәрәхәттәр алды. Ошо мәл видеоға эләккән һәм барыһы ла асыҡ күренә. Ҙур тиҙлектә килгән автомобиль бәрҙергәндән һуң, кешеләр ҙә, меҫкен ат та осоп китә хатта...
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, “Тойота” автомобиле рулендә 53 йәшлек Балаҡатай районы кешеһе булған. Ул арбаны үтеп китергә уйлаған, тик уның һулаҡайға боролорға теләгәнен аңғармаған, күрәһең.
Йәрәхәтләнгән кешеләр иһә урындағы үҙешмәкәр фольклор коллективы артистары булған. Улар Фазыл шишмәһе янына “Кәкүк сәйе” байрамын үткәрергә китеп барған. Арбала ултырған һигеҙ кешенең бишәүһе ауыр йәрәхәттәр алған. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Был арбала башҡалар менән бергә республика Йәмәғәт палатаһының матбуғат секретары Ләйсән Ғаррапованың әсәһе ла барырға тейеш булған.
– Унда минең әсәйем дә башҡалар менән гармунға ҡушылып йырлап байрамға барырға тейеш булған. Тик мин командировкаға киткәс, ул Өфөлә тороп ҡалды һәм ейәнен ҡарап торҙо”, – тип яҙған ул социаль селтәрҙә.
Урындағы кешеләр хәбәр итеүенсә, гармунсы Сәлимйән Хәкимовты тәүҙә Мәсәғүт дауаханаһына алып китәләр. Ул бер ни тиклем имгәнгән, әммә тикшергәс, уны ҡайтаралар. Фәүзиә Сәлимова ауыр хәлдә дауаханала, уҡытыусы Гөлсөм Дуҫмөхәмәтова - реанимацияла. Төп бәрелеш уға тура килә, аяғының һөйәктәре сәрпәкләнә, табиптар уны һаҡлап ҡалырға тырышһа ла, һөҙөмтәлә тубығынан аҫта аяғын ҡырҡҡандар.
Ауыл халҡы белдереүенсә, кешеләр был байрамға оҙаҡ әҙерләнгән, репетициялар үткәргән. Матур ҡояшлы көндә байрамға тип сыҡҡандар... Ә байрамдың шишмә буйында үткәрелеүе осраҡлы түгел, ауыл клубы әллә ҡасандан авария хәлендә, ишектәрендә йоҙаҡ тора. Дәртле халыҡтың байрамдар үткәргеһе килә, әммә мөмкинлек юҡ.
Социаль селтәрҙәрҙә был аварияға бәйле бик күп фекер алышыуҙар булды. Кемдер ашыҡҡан автомобиль водителен ғәйепләһә, икенселәр күсерҙе ғәйепләй, ул боролорға теләгәнен нисек тә булһа белдерергә тейеш булған. Кемдең ғәйепле икәнлеген тикшереү асыҡлаясаҡ. Ә зыян күргән кешеләргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйек.
Фото: видеонан стоп-кадр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: