Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
31 Мая 2021, 10:56

Һәр яҡлап алдынғы

Һәр мәктәптең яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе, матур эштәре менән маҡтауға лайыҡ уҡыусылары бар. Тап шундайҙарҙың береһе – Илнур Ҡасҡынбаев.

Илнур Бишауыл-Уңғар урта мәктә­бенең һигеҙенсе класында белем ала, күрше Мөҡсин ауылынан йөрөп уҡый. Уҡыуҙа ла һынатмай егет, тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Ҡаҙаныштары ла күп уның. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Бынан тыш, информатика, физика фәндәрен бик ярата, улар буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй һәм Гагарин Кубогы буйынса олимпиадаларҙа, Интернет-викториналарҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Күп уҡый, күп белә. Ҡыҫҡаһы, уҡыусының уҡыуға ынтылышы көслө. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килә, әҙәби әҫәрҙәрҙе яратып уҡый, иншаларында, әҙәбиәт дәрестәрендә үҙ фекере бар, эҙләнергә ярата, компьютер менән ҡыҙыҡһына, яҙыусылар тормошо һәм ижады буйынса матур-матур презентациялар эшләй, видеофильмдар төшөрә. Уҡытыусыларҙы хөрмәт итә, иптәштәренә ҡарата ярҙамсыл. Мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Эйе, ысынлап та, Илнур – бик тырыш уҡыусы. Мәктәптә лә, йорт­тарында ла бар эштәргә өлгөрә егет. Тырыш кеше һәр яҡлап та үрнәк була, бөтәһенә лә өлгөрә. Бына шуның өсөн дуҫтары күп һәм уны дуҫтары хөрмәт итәләр. Ниндәй генә өмә, кластан тыш сара булмаһын – Илнур уның уртаһында ҡайнай. Ата-әсәһе лә – мәктәп тормошона битараф булмаған кешеләр. Ғаиләһендә ата-әсәһенең уң ҡулы. Олатаһының хәлен белеп килергә лә өлгөрә уҡыусы.
Дәрестәрҙән һуң мәктәбебеҙҙә ойош­торолған “Шишмәкәй” фольклор түңә­рәге­нә йөрөй. Район, республика, Бөтә Рәсәй, Ха­лыҡ-ара кимәлдә ойошторолған кон­курс­тарҙа еңеү яулауҙа Илнурҙың да ҡатнашлығы бар. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында “Йолалар, уйындар, әйлән-бәйлән” һәм “Урал батыр” район йәш сәсәндәр бәйгеләрендә (эпосты сәхнәләштереү туры), “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика, “Евразия төрки халыҡтарының балалар уйындары” халыҡ-ара конкурс­тарында ҡатнашып, призлы урындар алыуҙа уҡыусының да өлөшө әйтеп бөткөһөҙ. Ә инде “Даирә” район гәзите иғлан иткән “Минең атайым – иң яҡшыһы, сөнки...” иншалар кон­курсында 3-сө урын алыуы ла уҡыусының һәләтле булыуы хаҡында һөйләй.
Мәктәп уҡыусылары араһында ал­саҡлығы, сабырлығы, баҫалҡылығы, кеше­леклеге, эшһөйәрлеге менән дә айырылып тора. Үҙенең ябайлығы менән ул һәр кемдең күңеленә асҡыс таба. Шунлыҡтан уның дуҫтары ла бик күп. Шул сифаттары өсөн үҙен дә ихтирам итәләр.
Илнур – ысын дуҫ, бер кемде лә бер ҡасан да ауыр хәлдә ҡалдырмаҫ, нисек булһа ла ярҙам итергә тырышыр.“Уның менән һөйләшеүе, уйнауы ла бик ҡыҙыҡ”, - тип әйтәләр яҡын дуҫтары. Бындай сифаттарға эйә булған уҡыусылар маҡтауға лайыҡ.
Һәр кешенең кескәй саҡтан уҡ килгән хыялдары, маҡсаттары була. Илнур ки­ләсәктә программасы(программист) булыу теләге менән яна. Ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, үҙ юлын табырға яҙһын. Хыялдары тормошҡа ашһын!
Рәмилә Исхаҡова, Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас