Даирә
+27 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
31 Мая 2021, 10:54

Музейҙа ҡунаҡта – Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова

Ибраһим ауылының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейында Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысованың республика Башлығы гранты ярҙамында донъя күргән "Илһамлы яҙмыштар" китабының исем туйы уҙғарылды.Унда Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтова, Һәүәләй ауыл советы башлығы Тимур Ғәләүетдинов, Бишауыл Уңғар ауыл клубы мөдире Фәймә Абдрафиҡова, Һәүәләй ауыл күп функциялы үҙәге директоры Айҙар Мөхәмәтгәрәев, Шәриф Биҡҡол музейы директоры Фәйрүзә Ҡотлобаева, Ибраһим ауылы советы депутаты Рәйлә Йәрмөхәмәтова һәм ауыл кешеләре ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы Бишауыл Уңғар ауыл клубының һәүәҫкәр артистары күңелле таҡмаҡтар, буҙа һәм сәк-сәк менән ихлас ҡаршы алдылар. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы музейға тәүге тапҡыр килмәүенә ҡарамаҫтан, музейҙың ғилми эшмәкәре Ғәзимйән Ибраһимов менән тағы бер тапҡыр бөйөк мәғрифәтсенең ғүмер юлы буйлап сәйәхәт ҡылды.
Сараны Ибраһим ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе, билдәле журналист Фәүзиә Латипова алып барҙы. Шағирә менән был осрашыу иҫ киткес йылы шарттарҙа үтте. Ҡунаҡтар яҙыусының ижады һәм тормош юлына арналған күсмә күргәҙмә менән танышты, шағирәнең шиғырҙарын, хәтирәләрен тыңланы, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды. Шағирә бөтәһен дә үҙенең ябайлығы, шаянлығы, йор һүҙлелеге менән үҙенә әсир итте.
Бишауыл Уңғар клубы мөдире Фәймә Абдрафиҡова танылған шағирәнең Бишауыл Уңғар ауылында ошо ауылдың яҙыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшит Низамовтың музейын асырға йоғонто яһауын һорап һүҙ күтәреп сыҡһа, Зөһрә Килдина иһә: “Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, һеҙ ғүмер буйына төрлө-төрлө эшләпәләр кейәһегеҙ. Уларҙы ҡайҙа ҡуйып бөтөрәһегеҙ?”, тигән шаяныраҡ һорау бирҙе.
Гөлфиә Юнысова һәр һорауға ихлас, тулы итеп яуап ҡайтарҙы.
- Эшләпәләргә килгәндә, уларҙың һәр береһе төрлө миҙгелгә, тантанаға, байрамға ҡарата алынған. Элек икешәрен-өсәрен бергә ала торғайным. Берәү баш кейемен кешегә бирергә ярамай тигәндән һуң, улай күпләп алмайым, улар хәҙер миндә бик күп йыйылған, - тип йылмайып яуап ҡайтарҙы әҙибә.
Әлбиттә, Ибраһимдың йыр-моңға дәртле, талантлы кешеләре сараға буш ҡул менән килмәгән, һәр кем шиғыр, йыр-моңдан ауыҙ иттерҙе. Һәүәләй ауыл мәҙәниәт һарайы етәксеһе Айҙар Мөхәмәтгәрәев, Рәғиҙә Әхтәмова, Сажиҙә Әхмәҙиева, Раушания Баязитова, Зөһрә Килдинаның сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Шәриф Биҡҡол музейы директоры Фәйрүзә Ҡотлобаева шағирәнең ижадына һоҡланыуын белдереп, райондашыбыҙ Фәрғәт Ҡотлобаевтың яңы сыҡҡан китабын тапшырҙы.
Гөлфиә Юнысова иһә үҙ сиратында, музейға, урындағы мәктәпкә һәм ҡунаҡтарҙың һәр береһенә үҙенең яңы сыҡҡан «Илһамлы яҙмыштар» исемле яңы китабын изге теләктәр яҙып, бүләк итте. Унда шағирәнең матбуғат баҫмаларында төрлө йылдарҙа баҫылған республикалағы билдәле яҙыусылар, шағирҙар, артистар һәм журналистар тураһында очерктары, интервьюлары тупланған.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас