Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Май 2021, 18:26

Ямғыр һорау доғалары

Ямғыр теләүҙе ике рәкәғәт намаҙ уҡып, доға ҡылып ҡына теләйҙәр.

Башҡаса төр теләүҙәр , мәҫәлән әүлиә ҡәберен ҡутарып һыу ҡойоу, ҡаҙан батырыу һәм башҡаса эштәр АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ алдында ҙур гонаһ була. Ҡайһы берәүҙәр әйтер, шулай теләһәңдә ямғыр яуа бит тип. Әлбиттә, АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ ризыҡҡа яҙған (тәҡдиреңә яҙған) бар нимә, һис шикһеҙ була. Ләкин, уны хәләл юл менән алыр кәрәк.
Бер ваҡыт Ғәлий радиаллаһү ғәнһү , ҡайҙалыр барыр өсөн эшсеһенә атын егергә (әҙерләргә) ҡуша. Эшсеһе атты әҙерләп, хужаһына егеп бөттөм тип әйтергә килгән ваҡытта, ниндәйҙер ят кеше килеп инә һәм меҫкенлеген белгертеп әҙерәк аҙыҡ һатып алырлыҡ аҡса һорай.
Ғәлий радиаллаһү ғәнһү өйҙә дүрт дирһам (һум) аҡса барлығын иҫләп , хәҙер бирәм тип инеп китә, һәм оҙаҡ таба алмай эҙләп саҡ табып алып сыға. Тик теге меҫкен көтөп тормай сығып киткән була. Эшсеһенән һорай, ҡайҙа теге кеше тип. Эшсеһе әйтә : "Ул көтмәне, сығып китте"- тип. Ғәлий радиаллаһү ғәнһү:
" Әйҙә, атты алып кил, киттек"-ти.
Эшсеһе ат янына барһа, аттың йүгәне юҡ. Югән юҡлығын хужаға белгертә, ә
хужа ҡулындағы дүрт дирһам аҡсаны эшсеһенә тоттороп, йүгән һатып алып килергә баҙарға ебәрә .Баҙарҙа эшсе күрә , баяғы әҙәм быларҙан урлаған йүгәнде һатып тора Эшсе дүрт дирһам биреп йүгәнде һатып ала һәм хужаһына һөйләй. Ғәле радиаллаһү ғәнһү әйтә: "Бына бит, АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ уның ризығына ошо дүрт дирһамды яҙған, ләкин ул эҙләп алып сыҡҡанды сабырлығы етмәй, йүгән урлап китеп, йүгәнде һатып, ошо дүрт дирһамды харам юл менән алды"-тигән.

Эйе, беҙҙә сабыр итәйек, бәндәселек менән белеп-белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн
АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ
алдында тәүбәгә киләйек, ғәфү итеүен һорайыҡ, ҡорбандар салып, истисҡа намаҙҙарында ҡатнашып ямғыр һорайыҡ.
АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ әйтә;
" Минән, гонаһтарығыҙ өсөн тәүбәгә килеп, ярлыҡау һорағыҙ. Мин һеҙгә ямғыр бирермен".
Шуға күрә беҙгә тәүбәгә килеп ярлыҡау һорар кәрәк,
АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ ризалығы өсөн ҡорбандар салып таратыу һәм истисҡа (ямғыр һорау намаҙы) уҡыр кәрәк.

????????????Ямғыр һорау доғалары ???????????? ????????????

????اللّهُمَّ اسْقِـنا غَيْـثاً مُغيـثاً مَريئاً مُريـعاً، نافِعـاً غَيْـرَ ضار، عاجِـلاًغَـيْرَ آجِل
Аллааһүммә, әсҡыйнәә ғәйҫән мүғыйҫән, мәри'ән, мәри'ән, нәәфиғән ғайра дааррин, ғәджилән ғайра әәджил.
(Эй Аллаһ, беҙгә ҡотҡарыусы ямғыр яуҙыр, яҡшы, күп, файҙалы, ә зарарлы (зыянлы) түгел, тиҙ ҙә булһын, ә һуңынан түгел.)

????اللّهُمَّ أغِثْنـا، اللّهُمَّ أغِثْنـا، اللّهُمَّ أغِثْنـا

Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә,
(Эй Аллаһ, беҙгә ямғыр яуҙыр.) (3 тапҡыр)

????اللّهُمَّ اسْقِ عِبادَكَ وَبَهـائِمَك، وَانْشُـرْ رَحْمَـتَكَ وَأَحْيِي بَلَـدَكَ المَيِّـت
Аллааһүммә -сҡы ғибәәдәкә үә бәһәә'имәкә үәншүр рәхмәтәкә үә әхйии бәләдәкәл-мәййит.
(Эй Аллаһ, Үҙ ҡолдарыңды, хайуандарыңды ямғыр менән һыуғар, Үҙ рәхмәтеңде тарат, үле һымаҡ булған илеңде терелт.

Венер Шәрипов, Йылайыр районы имам-мөхтәсибе.
фото т.роза
Читайте нас: