Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Май 2021, 14:49

Янғынға ҡаршы бергәләп көрәшәйек

Подлуб ауыл Советының Бекетов ауылындағы ирекле янғын һүндереү командаһына машина асҡысы тапшырылды

Башҡортостан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сәфәрен Бекетов ауылының Октябрь урамы буйлап профилактик рейд үткәреүҙән башланы.
Делегация вәкилдәре 55 йәш тән өлкән яңғыҙ йәшәүсе Нина Строгоновала һәм Надежда Се ровала, 7 йәшкә тик лемге күп бала тәрбиәләүсе Эль вина Ша пош никова ғаиләһендә һәм Виталий Якимовтарҙа булды. Улар янғын тураһында иҫкәртеү ҡора мал дарының булыу-булма уын, улар ҙың эшләү-эшләмәүен тикшерҙе. Ирек Хәйривәри улы йорт хужалары менән ара лашты, ҡоролмаларҙың янғындар ҙы бул ды рмау, үлем осраҡтарын кә метеүгә булышлыҡ итеүе тура һында бәйән итте.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, респуб ликала көн һайын тиерлек үлем менән тамамланған янғындар бу лып тора. Янғындарҙың күпселеге граждандарҙың ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүгә, электр ҡо ра малдарының төҙөк булмауына бәйле. Кешеләр күберәк төтөндән тонсоғоп үлә. Шуға ла ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн янғын ды иҫкәртеү ҡорамалын урынлаш тырырға кәрәк, сөнки ул төтөнгә көслө тауыш сығара һәм янғынды тиҙ арала һүндереү мөмкинлеген бирә. Был тауышты хатта күрше ләрегеҙ ишетергә мөмкин. Кәм тигәндә йылына бер тапҡыр бата реяларын алмашты рырға кәрәк. Һәм даими рәүештә, кәм тигәндә ярты йыл һайын, туҙандан эшләп китмәһен өсөн, һүтеп алып, камераһын саң һурҙырғыс менән таҙартырға кәңәш ителә,- тине Ирек Хәйривәри улы.
Артабан делегация халыҡ ме нән осрашты. Үҙ сығышында Ирек Хәйривәри улы көнүҙәк проб лемаға туҡталды.
- Көндәрҙең үтә ҡоро һәм эҫе тороуы янғын сығыу хәүефен бермә-бер арттыра. Май айындағы ошондай һауа торошо һуңғы тап ҡыр 1952 йылда билдәләнгән була. Йыл башынан республикала 4 меңдән ашыу янғын сығыу осрағы теркәлә, уларҙа 122 кешенең ғүмере өҙөлә. Шулай уҡ 85 урман һәм 1 мең ҡоро үлән яныу осрағы булған. Шуға күрә ут менән бик һаҡ эш итегеҙ. Битарафлыҡ көслө беҙҙең халыҡта. Ҡыҙғанысҡа ҡар шы, кисә Бәләбәй районында янғын сыға. Ут башта бер ағас йортто ялмап ала, аҙаҡ күрше йорттарға тоҡана. Һөҙөмтәлә, ике тораҡ йорт, бер ташландыҡ йорт һәм мунса көл-күмергә әйләнә. Янғында 1965 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Һәр ваҡыттағыса өйҙә тәмәке тартыу, спиртлы эсем лек тәр эсеү янғынға сәбәпсе булып тора. Подлуб ауыл Советы ауыл биләмәһендә бик күп баҡса ширҡәттәре бар. Шуға күрә тәбиғи янғын хәүефе бында юғары. Күптән түгел Вязовка ауылы янында 15 гектарға яҡын баҫыу янды. Был фажиғәне бөтөрөү өсөн яҡын-тирәләге бөтә янғын часы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде.
Бөгөнгө көндә янғын хәүеф һеҙлеге режимы һаҡлана, тораҡ йорттарҙы һаҡлау буйынса төрлө саралар үткәрелә. Республика Хөкүмәте матди-техник базаны йыһазландырыу буйынса бик күп эшләй. Һуңғы дүрт йыл эсендә 130 янғын тағылмалары һатып алын ған. Шулай уҡ 29 янғын маши на лары һатып алынды һәм тапшы рылды. Ағымдағы йылда 5 авто цис терналар һәм 30 берәмек тех ника алынды. Махсус программаға ярашлы, йорттарға янғынды иҫ кәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыу айы рым иғтибарҙа тора. Бөгөнгө көндә республикала 300 меңдән ашыу ошондай иҫкәртеү ҡорамалы ҡу йылған, уларҙан 4 меңе - Ҡырмыҫ ҡалы районында. Бөгөн беҙ ололар һәм күп балалы ғаилә ләрҙә булып, янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйҙыҡ, булғанда рының аккуму лятор батарейҙарын тикшерҙек һәм инструктаж үткәр ҙек. Ян ғын дарҙы булдырмау, үлем осраҡ та рын кәметеү, профилак тика уҙға рыу һәм янғындарҙы иҫ кәртеүсе ҡоролмаларҙы урын лаштырыу мәсьә ләһен һәр ваҡыт контролдә тоторға кәрәк. Үҙе геҙҙең һәм яҡын дарығыҙҙың ғүмерен һаҡ лағыҙ,- тине ул.
Артабан Ирек Хәйривәри улы тантаналы рәүештә Подлуб ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наил Ҡадировҡа янғын һүндереү машинаһы асҡысын һәм доку ментын тапшырҙы. Бынан тыш, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә һөҙөмтәле эше өсөн Ҡабаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүнде реү командаһы водителе Алек сандр Колесниковҡа һәм Ҡар лыман ауыл Советы ауыл билә мәһенең ирекле янғын һүндереү командаһының янғын һүндереү сеһе Марат Ғәлиуллинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Яҙғы ташҡын осоронда Вязов ка ауылында эвакуация ваҡытында кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа, граж дандарҙың мөлкәтен һаҡлап алып ҡалыуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Подлуб ауыл Советы ауыл биләмәһе водителе Леонид Михеев Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәү ләт комитеты рәйесе Фәрит Ғү мәров ҡулынан “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалы алды.
- Ауыл Советы ауыл биләмә һенең ирекле янғын һүндереү команда штатында ике кеше хеҙмәт итә. Улар бик әүҙем эшләй, беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Белгестәр килеп еткәнсе иң беренсе халыҡ үҙе һәм ирекле янғын һүндереүселәр ут менән көрәшә. Элек мискәһе менән үҙ тракторҙарын ҡулланалар ине. Хәҙер уларҙың күләме 2,5 куб метр цистерналы янғын һүндереү машинаһы бар. Шуға ҡарамаҫтан, был техника мөмкин тиклем һирәгерәк ҡулланһын ине. Подлуб ауыл Советы ауыл биләмәһенә 10 тораҡ пункт ҡарай. Улар артабан да ышанып йөкмәтелгән бурыстарға яуаплы ҡарар, янғындарҙы иҫкәртеүҙә, утлы һәләкәткә ҡаршы көрәштә намыҫлы хеҙмәт итерҙәр, тип ышанам,- ти Подлуб ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наил Ҡадиров.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.
Читайте нас: