Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Май 2021, 18:06

Йәшелсә тәрбиәләүҙә яуаплы осор

Июнь, июль – йәшелсә уңышы өсөн бик яуаплы айҙар. Уңышты өҫтәмә туҡландырыу, ҡоротҡостарҙан һаҡлау, ваҡытында һыу һибеү талап ителә.

Ябыҡ йылытмала үҫтерелгәндәренә ваҡытында һыу һибеп тороу, һауа температураһын һаҡлау мөһим.

Помидор, борос һәм баклажан ҡоролоҡто төрлөсә кисерә. Помидор тамырҙарын тәрәнгә ебәреп, дымды үҙе эҙләп таба. Әммә йылытмалағы үҫентегә – аҙнаһына бер, эҫелә ике тапҡыр һыу һибергә кәрәк.

Борос ҡыҫҡа тамырҙары менән үҙе һыу таба белмәй, шуға асыҡ һауала ла, йылытмала ла уға аҙнаға ике-өс тапҡыр һибер кәрәк. Тупраҡ­тың ике сантиметр тәрәнлектә ҡороуына юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Тамсылы һиптереү ҡоролмаһын ҡулланыу бигерәк тә яҡшы.

Баклажан ҡоролоҡҡа сыҙам­лылығы буйынса помидор менән борос араһындараҡ тора. Тамыр системаһы тупраҡтың 20-40 сантиметрлы өҫкө ҡатламында йәйелгән була. Шуға берәй аҙна ямғырһыҙ селләлә ултырһа, һәләк булыуы бар. Йылытмала былай ҙа эҫе, шуға аҙнаһына бер-ике тапҡыр һыу һибеп тороу зарур.

Иртән үҫемлектәрҙең япраҡтары һәленеп төшһә, тимәк, тупраҡ ҡороған, кисекмәҫтән һыу һибергә кәрәк. Кисте лә көтөргә түгел, юғиһә көндөҙгө селлә хәлһеҙләнгән үҫемлектәрҙе бөтөнләй һәләк итеп ҡуйыр. Һыуһыҙланыуҙы япраҡ­тарҙың көн үҙәгендә һәленеп төшөүе менән бутарға ярамай – был мәлдә үҫем­лектәр япраҡ майҙанын кәметергә тырышып бәлтерәй. Йәйге эҫелә яҡтылыҡ көсө 150 мең люкстан ашып китә, ә яҡты яратҡан үҫемлектәргә 20–30 мең люкс етә!

Июль йылдың иң ҡыҙыу айы булһа ла, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар үрсеүен дауам итә, улар айырыуса йылытмала күбәйә. “Фитоспорин” менән йыш эшкәртеү уларҙы кәметә. Июль башында был биопрепараттың паста һәм наногель (“Фитоспорин-К Олимпийский”) рәүешлеһен ҡулланыу яҡшы, уларҙың составында үҫеш стимуляторы “Гуми”, микроэлементтар бар. Июлдең икенсе яртыһында күп культуралар өсөн паста һымаҡ “Фитоспорин”ды ҡулланыуҙы туҡта­талар, уның урынына гуматһыҙ “Фитоспорин-М РеаниматоР” һәм “Золотая Осень” шыйыҡсаларын, шулай уҡ онтаҡлыларҙы ҡулланалар. Был препараттар составында әҙер биологик әүҙем матдәләр – һаҡлаусы бактерияларҙың метаболиттары бар. Ике балғалаҡ шыйыҡ “Фитоспорин”­ды 10 литр һыуҙа иретегеҙ ҙә иртә менән үҫемлектәрҙе эшкәртегеҙ. Был күләм 100 квадрат метр майҙанға етә.

Ҡоротҡостарға ҡаршы тирә-яҡ мөхиткә һәм кешегә зарарһыҙ сараларҙан битоксибациллин һәм лепидоцид биопрепараттары (“Гуми”+“БТБ”+“ЛПЦ универсаль” йыйылмаһынан), шулай уҡ “Кыш-Вредитель” серияһы тәҡдим ителә. “БТБ” һәм “ЛПЦ” япраҡ кимереүсе ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшә. Ни бары биш көн көтөргә, шунан инде уңышты аҙыҡҡа ҡулланырға ла мөмкин. “Кыш-Вредитель” менән аҙнаһына бер тапҡыр эшкәртеү бөжәктәрҙе түтәлдәрҙән ҡыуыр йә юҡ итер. Биопрепараттар тиҙ тарҡала, йәшелсә-емешкә, еләктәргә эләкмәй.

Июндең икенсе яртыһында үҫемлектәргә фосфор менән калий бирергә онотмағыҙ, бының өсөн “Гуми-Оми Осенний” ҡулланығыҙ. Ә “Богатый-Микро Комплексный” препараты үҫемлектәрҙе хлороз­дарҙан ҡотҡарыр.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/y-shels-t-rbi-l-yauaply-osor/
Читайте нас: