Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Май 2021, 21:46

Ваня хаҡында ауыр хәбәр алынды...

Стәрлетамаҡтан 12 йәшлек малайҙы әсәһенән тартып алыуҙары хаҡында яҙғайныҡ. Инде кире ҡайттым тигәндә...

Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 12 йәшлек малайҙың ауыр проблемаһы тураһында яҙғайныҡ инде, хәҙер уның ҡурҡыныс дауамы билдәле булды.
Стәрлетамаҡта йәшәгән Ваняны йортондағы насар шарттар сәбәпле опека органдары әсәһенән тартып алғайны. Фатирҙың эсе ремонт күрмәгән, унитаз һәм ванна бүлмәһе лә эшләмәй. Бала социаль приютҡа эләгә. Әсәһе янына ҡайтырға теләгән бала “Изгелек йәйғоры” үҙәгенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ирекмәндәр Ваняның әсәһенең эсмәгән кеше икәнен асыҡлай. Тик 14 мең һум эш хаҡы бер нәмәгә лә етмәй. Ә фатирҙы ремонтлау тураһында хыялланырға ғына ҡала... Был аҡсаға әсә кеше яңы ҡуйылған тәҙрәгә алынған кредитын түләй һәм ашау өсөн тотона.
Ирекмәндәр ғаиләне ярҙамһыҙ ҡалдырмай: санузелды ремонтлағандар, яңы унитаз ҡуйғандар, канализацияны таҙартҡандар.
Тик бының менән дә проблема хәл ителмәй: Ваняның әсәһе 2020 йылдан әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған. Аңлатылыуынса, бындай осраҡта балалар етемдәр ойошмаһына йүнәлтелә.
“Виктория” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре әсәгә хоҡуҡтарын тергеҙергә ярҙам итә башлай. Барыһы ла малайҙы уға кире биреү өсөн тырыша. Һәм һөҙөмтәлә яҡшы хәбәр алына: Иван өйөнә ҡайтасаҡ! Тик бына бәхетле мәлдәр ҡурҡыныс яңылыҡ менән боҙола – балала лейкоз табыла...
"Инде икенсе көн был хәлгә ышана алмай йөрөйөм. Кисә баланың янына дауаханаға барҙыҡ, ул әсәһе менән бергә ята. Ивандың яҡын кешеһе менән бергә булыуы өсөн күпме тырыштыҡ, ремонт эшләнек, уға сюрприз әҙерләнек, май аҙағында ремонт яһалған йортона алып ҡайтабыҙ тип кенә йөрөгәндә... ошондай ҡот осҡос хәбәр", – тип ауыр мәғлүмәт еткергән “Изгелек йәйғоры” ирекмәне.
Әле улар Ваняны дауалау өсөн аҡса йыйыу иғлан иткән. Әгәр ярҙам итергә теләһәгеҙ, ойошманың сәхифәһендә барлыҡ реквизиттар бар.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Vanya-ha-inda-auir-h-b-r-alindi-810402/
Читайте нас: