Сик буйы ғәскәрҙәре көнө алдынан “Граница” төбәк йәмәғәтселек ойошмаһына ҡараған райондың запастағы сик буйы йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Рөстәм Маннанов менән осраштыҡ.
- Кәсеүән ауылынан Ҡарлыман мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Малайҙар менән йыш ҡына юл буйы армия, һалдат булыу тураһында һөйләшеп ҡайта торғайныҡ. Һәр беребеҙ армия хеҙмәтенә барырға хыялландыҡ... Мин ун бала тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫтем. Алтыһы – малайҙар, мин иң төпсөгө инем. Һәр беребеҙ намыҫ менән ил алдындағы бурысын үтәне. Ә ике туған ағайҙарымдан Айрат һәм Ришат Йәрмөхәмәтовтар Афған һуғышында ҡатнашты. Улар миңә малай саҡтан өлгө булды, - тип хәтирәләргә бирелде Рөстәм Фәйзрахман улы.
Егет Өфө төҙөлөш техникумын тамамлау менән армия сафына алына. Уға Төркмәнстандың мәшһүр “Белое солнце пустыни” фильмының бер өлөшө төшөрөлгән Мары ҡалаһында хеҙмәт итергә тура килә. «Учебка»ла сержант мәктәбен үтеп, саперҙар отделениеһында командир була. Артабан рота старшинаһы итеп тәғәйенләнә. Ике йыл хеҙмәт тамамланғас, армияла ҡалып, прапорщик званиеһын ала. Советтар Союзы тарҡалһа ла, Рәсәй офицерҙарын 1995 йылға тиклем Төркмәнстанда ҡалдыралар. Бындағы армияға кадрҙарҙы әҙерләүгә ярҙам итәләр, һалдаттарын өйрәтәләр. Шунан уға тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтырға тура килә, һәм бер нисә йыл хәрби юлын контракт тамамланғансы эске эштәр бүлегендә дауам итә.
Артабан Рөстәм Маннанов “Өфө” аэропортының хәүефһеҙлек хеҙмәтенә ҡарауыл начальнигы булып урынлаша. Әлеге көндә унда - хеҙмәт ҡотҡарыусыһы. Бурысы – экипаждарға һәм пассажирҙарға тәүге ярҙамды күрһәтеү.
Ул бер үк ваҡытта тәүҙә алған һөнәрен камиллаштырыу өсөн төҙөлөш йүнәлеше буйынса ситтән тороп Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлай. Тәүлек әйләнәһенә дежур булғандан һуң, өс тәүлек ял иткән ваҡыттарҙа ул белемен ҡулланып, заказ буйынса йорттар эсендә ремонт эштәрен башҡара. Был өҫтәмә шөғөл, әлбиттә, ғаиләне етеш йәшәтеү өсөн кәрәк. Әйткәндәй, Рөстәм Фәйзрахман улы ҡатыны Зинфира Мөнир ҡыҙы менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Эльвина Өфөлә табип булһа, Рөстәм 10-сы класта уҡып йөрөй. Ғаилә башлығы һәр байрамды, шул иҫәптә Сик ғәскәрҙәре көнөн ғаилә менән бергәләшеп матур итеп үткәреүҙәре хаҡында ғорурланып әйтте. Шулай бер нисә ғаилә бергәләшеп байрам ойошторһаҡ, бигерәк тә шәп булыр ине.
Армияны ҡалдырыуына сирек быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә, Рөстәм Маннанов был йылдарҙы, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүен бер йылылыҡ һәм ғорурлыҡ хистәре менән телгә ала. Шуға ла һис икеләнеп тормайынса, 2016 йылда ойошторолған райондың запастағы сик буйы йәмәғәтселек ойошмаһында тәүҙә урынбаҫар булһа, былтыр рәйеслекте ихлас ҡабул итә ул. Ваҡыты ҡыҫынҡы булһа ла, ойоштороу һәләтле Рөстәм Маннанов дөйөм эш өсөн ең һыҙғанып эшләй. Мәҫәлән, 2017 йылда район үҙәгендә, 2019 йылда Константиновкала сик ғәскәрҙәренә һәйкәлдәр асыуҙа, 2018 йылда Красноусольск-Стәрлетамаҡ-Талбазы-Ҡырмыҫҡалы-Өфө маршруты буйынса автоуҙышты ойоштороуҙа уның да өлөшө ҙур.
Уның һүҙҙәре буйынса, үҙ-ара дуҫлыҡты һаҡлау, берләшеү, йәштәрҙә илһөйәрлекте нығытыу маҡсатында төрлө йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һалдаттарҙың үҙ ойошмаһы булдырыла. “Һәр ауылда инициатив төркөм бар. Мәҫәлән, Константиновкала Флорис Кәримов, Михаил Разин, Юрий Шулудков, Ҡабаҡта Азат Ғәниев, Марат Хисмәтуллин (яңыраҡ вафат булды) һәр башланғысты күтәреп алалар. Ошо берләшеү ярҙамында күп ерҙәрҙә, шул иҫәптә беҙҙең район үҙәгендә һәм ауылдарҙа сик буйы һаҡсыларына уларҙың башланғысы һәм ярҙамы менән йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, батырлыҡ символы булған һәйкәлдәр асыла. Был тантаналы сараларҙа элекке һалдаттар актив ҡатнаша, хатта бергә хеҙмәт иткән егеттәр илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килеп етә. Был беҙҙең берҙәм булыуыбыҙҙы аңлата. Киләсәктә тағы ла күберәк сик һаҡсыларын берләштереп, башҡа ауылдарҙа ла һәйкәлдәр асыу планда бар. Һәр сик һаҡсыһы, бигерәк тә ҡыҙыу нөктәләрҙә (Афған, Чечен һәм башҡа локаль һуғыштарҙа) хеҙмәт иткән һалдаттар иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, улар беҙгә һәм йәш быуынға өлгө булып тора, - тип һөйләне ул.
Рөстәм Фәйзрахман улы форсаттан файҙаланып, бөтә ил сиге һаҡсыларын ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләп хушлашты.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.