Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Май 2021, 22:06

Балалар рәхәтләнеп көс йыйһын!

Юллама хаҡының 80 процентҡа тиклем өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин.

1 июндән республикала йәйге һауыҡтырыу кампанияһы башлана. Ошоға бәйле Башҡортостан юлдаш телевидениеһында балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға арналған брифинг үтте. БЮТ һәм Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге тура эфирҙа ойошторған сарала ял сменаларының эш алымы, лагерҙарға юлламалар хаҡын ҡайтарыу, балалар туристик кэшбегының шарттары, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Йәйгеһен балаларын лагерҙарға, шифаханаларға ебәрергә теләгән ата-әсәләр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә алды.

Һөйләшеү йәйге ялға арналды

Тура эфирҙы Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы, төп спикер сифатында республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова сығыш яһаны. Шулай уҡ тура бәйләнештәге һөйләшеүҙә “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы урынба­ҫары Эдуард Иҙрисов, республи­каның Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова, һаулыҡ һаҡлау министры урынба­ҫары Игорь Засядкин, төрлө ведомстволар белгестәре, лагерь начальниктары, мәктәп директор­ҙары ҡатнашты.

Белеүебеҙсә, былтыр коронавирус инфекцияһы таралыу арҡаһында йәйге ял лагерҙары эшләмәне. Быйыл, республика етәкселеге санитар-эпидемиологик торошто һәр йәһәттән ентекле баһалағандан һуң, уларҙың эшмә­кәрлеген башларға рөхсәт бирҙе һәм 1 июндән беҙҙә йәйге һауыҡты­рыу кампанияһы башлана. Ошо көндән мәктәптәрҙәге көндөҙгө ял үҙәктәре үҙ ишеген асасаҡ, ә ҡала яны лагерҙары яҡынса 13 июндә эш башлай.

Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова әйтеүенсә, Башҡорт­останда йәйге миҙгелдә 320 мең баланы ял һәм һауыҡтырыу саралары менән тәьмин итергә иҫәп тоталар. Әлеге ваҡытта беҙҙә 107 ҡала яны лагеры иҫәпләнә, уларҙың әҙер булғандары махсус реестрҙа билдәләнеп бара.

Брифинг барышында белгес­тәргә балаға путевка юллау, медицина белешмәһе әҙерләү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, туҡланыуҙы һәм ялды ойоштороу һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Мәҫәлән, улыңды йәки ҡыҙыңды берәй ял лагерына ебәрергә теләгең бар икән, иң тәүҙә мәктәптәге класс етәксеһенә йәки һәр район һәм ҡаланың мәғариф бүлегендә эшләгән координаторҙарға мөрәжә­ғәт итергә кәрәк. Медицина белеш­мәһе участка педиатры тарафынан бирелә, ул тулыһынса бушлай.

Балалар ялын ойоштороуға ҡағылышлы күпселек һорауҙарға яуапты Мәғариф һәм фән ми­нистрлығы сайтында булдырылған махсус яҙмала, ял һәм һауыҡ­тырыу буйынса ГИС-система аша табырға мөмкин.

Нимә ул турист кешбэгы?

Тура бәйләнештә ил Президенты Владимир Путин тарафынан йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәлә бил­дәләнеп, балалар лагерҙарына юлламаның 50 процентын кире ҡайтарыуға бәйле федераль программаға ла ярайһы уҡ ентекле аңлатма бирелде. Уның ярҙа­мында мирпутешествий.рф сайты аша һатып алынған юлламаларҙың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин.

“Балалар ялы өсөн кешбэк” 25 майҙа старт алды. Был хаҡта балалар ялына арналған кәңәшмә барышында Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хәбәр итте һәм, программаға бөтә Рәсәй буйынса меңгә яҡын бала йәлеп ителәсәк, тип белдерҙе. Программа шарттарына ярашлы башланғыс 15 сентябргә тиклем ғәмәлдә була (әлеге ваҡытта уның ваҡытын һәм ҡулланыу даирәһен киңәйтеү тураһында һүҙ алып барыла). Яҡынса 20 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин. Әлеге маҡсатта ил бюджетынан биш миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков аңлатыуынса, балалар юллама­һының хаҡын ҡайтарыу буйынса программа алдан алынған пу­тевкаларға ҡағылмай.

“Балалар ялы өсөн кешбэк”тан тыш үҙебеҙҙең республика кимә­лендә лә социаль яҡлау саралары булдырылған. Һөҙөмтәлә ошолар нигеҙендә Башҡортостан халҡы балалар ялы өсөн алынған юллама хаҡының 80 процентҡа тиклем өлөшөн кире ҡайтарыу мөмкин­легенә эйә, йәғни компенсацияны бер ыңғай ике программа буйынса алырға була. Тағы ла бер шарт: юллама өсөн түләү фәҡәт “Мир” картаһы ярҙамында башҡа­ры­лырға тейеш.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында билдәләү­ҙә­ренсә, әлеге көндә юллама хаҡтары айырым контролдә тотола. Улар башта күрһәтелгән ки­мәлдә ҡалырға тейеш, сөнки ил кимәлендә һәм республикала булдырылған ярҙам сараларының төп маҡсаты йәйгеһен мөмкин тиклем күберәк баланы ял иттереү һәм һаулығын нығытыуға ҡайтып ҡала.

Инесса КОСОЛАПОВА,
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары:
– Ата-әсәләргә шундай кәңәш биргем килә: республика биләмәһендәге балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларының реестрына ингән лагерҙарға юллама алыуға өҫтөнлөк бирегеҙ, сөнки балаларҙың хәүефһеҙлеге бик мөһим. Әгәр лагерь реестрға индерелгән икән, тимәк, ул тейешле күҙәтеү һәм тикшереү органдарының рөхсәтен алған.

ҺОРАУ – ЯУАП

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Райондың мәғариф бүлегенә. Уларҙың һәр береһендә балалар ялы буйынса координатор бар. Шулай уҡ Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы (ЕПГУ), Дәүләт мәғлүмәт систе­маһы (ГИС) аша ла ғариза биреп була. Тағы ла бер вариант – төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығының “ҡыҙыу бәйлә­неше”нә шылтыратып, һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Бик тә бул­маһа, баланың класс етәксеһенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Коронавирус ҡурҡыныс түгелме?
Беренсенән, бөгөнгө эпидемиологик хәл-торош йәйге лагерҙа рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге бирә. Икенсенән, балалар – Ковид-19 йоҡтороу йәһәтенән иң аҙ хәүеф янаған төркөм.

Ниндәй белешмәләр кәрәк?
079-У белешмәһе. Унда бөтә мәғлүмәт индерелә. Белешмәне участка педиатры бирә. Уның лагерға бара торған көндән өс көн алдан эшләтелеүе шарт. Мәҫәлән, ике аҙна алдан алынған белешмә менән баланы ҡабул итмәйәсәктәр.

Балалар коронавирусҡа анализ бирергә тейешме?
Юҡ. Инфекциялы кеше менән аралашмауы тураһында белешмә лә етә.

Компенсация күпме ваҡытта ҡайтарыла?
Федераль программа буйынса – биш, республика программаһы буйынса 20 көнгә тиклем.

Лагерҙарҙа ҙур саралар үтәсәкме?
Ундай саралар булмай. Хатта “Хушлашыу усағы” ла һәр отряд өсөн айырым ойоштороласаҡ. Саралар башлыса асыҡ һауала уҙғарыла.

Ата-әсәләр лагерь биләмә­һенә инә аламы?
Үкенескә ҡаршы, быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында бындай мөмкинлек тыйылды. Шулай уҡ йолаға әйләнгән “Ата-әсәләр көндәре” лә үткәрелмәйәсәк. Өлкән­дәрҙән лагерь биләмәһенә күҙәтеү ведомстволары вәкилдәре генә инә аласаҡ. Уларҙың бары­һының да ПЦР тикшеренеүе үтеүе – мотлаҡ талап.

Балаға кәрәкле әйберҙе нисек бирергә?
Лагерҙарҙа бының өсөн махсус урын булдырыласаҡ. Был хаҡта смена башланған көндә вожа­тыйҙар ентекле аңлатасаҡ.

Һыу инеү рөхсәт ителәме?
Бары тик рәсми рәүештә рөхсәт алынған урындарҙа ғына.

Төрлө бөжәктәргә, мәҫәлән, талпанға ҡаршы бөтә лагерҙар ҙа эшкәртелдеме?
Әлбиттә. Был процедураны уҙғармайынса, лагерь эш башлай алмай. Смена алдынан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге тарафынан талпанға ҡаршы эшкәр­теүҙең нисек башҡарылыуы тик­шерелә.
Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/balalar-r-kh-tl-nep-k-s-yyy-yn-/
Читайте нас: