Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Май 2021, 18:23

“АШАН”да республика тауарын күпләп һаталар

Үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең продукцияһы республикала

2020 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, АШАН Ритейл Рәсәй компанияһының Өфөләге магазиндарында тауары һатылған үҙебеҙҙең етештереүселәр һаны элгәре йыл менән сағыштырғанда 35 процентҡа артҡан. Был турала Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.
– Үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең продукцияһын республикала, шулай уҡ унан ситтә һатыуға булышлыҡ итеү Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә. Төбәк өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә, – тине ул.
Үҙебеҙҙең тауарҙарҙы танытыу алымдарының береһе – уны “Башҡортостан продукты” тип ирекле маркировкалау. Республикала бизнес менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Сит ил һәм федераль ойошмалар төбәктәге предпиятиелар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. АШАН компанияһы Өфөлә уның магазиндары асылған осорҙан уҡ Башҡортостандың эшлекле партнерына әүерелде. Ул урындағы тәьминәтселәр менән сауҙа-һатып алыу сессияларында әүҙем ҡатнаша.
– Халыҡ урындағы тауарға өҫтөнлөк бирә һәм АШАНға ла йыш ҡына тап уны алырға килә. Бөгөн беҙ 39 урындағы тәьминәтсе менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, әммә клиенттарҙың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн был күрһәткесте арттырыуҙы дауам итәбеҙ. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына һәм “Башҡортостан продукты” проектына потенциаль партнерҙар менән осрашыуҙар ойоштороу һәм консультациялар үткәреү йәһәтенән ярҙам иткән өсөн бөтә компания исеменән ҙур рәхмәт, – тине АШАН Ритейл Рәсәй компанияһының төбәк директоры Анна Шотиди.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51641
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/AShAN-da-respublika-tauarin-k-pl-p-atalar-810609/
Читайте нас: