Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Май 2021, 16:31

Тәүге аҙанды кем уҡыр?

Кисә популяр яҡташыбыҙ Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә шаҡ ҡатырғыс хәбәр менән уртаҡлашҡайны.

Әйтеүенсә, Өфөләге “Әр-Рәхим” мәсете асылғанда тәүге аҙан уның тауышы менән яңғыраясаҡ.
Артист төҙөлөп ятҡан мәсетте Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов, Халыҡ-ара класлы спорт мастеры Рөстәм Бегерин менән бергә барып ҡараған.
“Ризуан Даниялович Сәғүд Ғәрәбстанында, Берләштерелгән Ғәрәп Әмирлектәрендә мәсет төҙөлөшөндә финанс ярҙамы күрһәтерлек фондтар һәм Рәсәй меценаттары менән һөйләшеүҙәр алып бара. Был Ислам өсөн ҙур бүләк һәм республиканың иҫтәлекле урындарының береһе буласаҡ. Мәсет асылған көндө иһә аҙан минең тауышым менән яңғыраясаҡ! Минең өсөн был бик ҙур баһа!“, - тип яҙған Элвин Грей.
Башҡортостандың Диниә Назаратында иһә түбәндәгене белдергәндәр: сәнғәт кешеләренең аҙан уҡыуы дин ҡанундарын боҙмай, иң мөһиме, ул күңелгә ятышлы тауыш менән башҡарылырға тейеш.
Назараттың матбуғат секретаре Ғәзиз Йосопов белдереүенсә, 2024 йылға, мәсет асылыуға, аҙан башҡарырға теләүселәр һаны артыуы ла ихтимал, сөнки республиканың Диниә назараты ошоға бәйле сәнғәт кешеләре араһында махсус бәйге ойошторорға ниәтләй.
Унан тыш, Башҡортостандың баш мөфтөйө Айнур Бирғәлин Радик Юльяҡшинға, әгәр был абруйлы һәм мөһим ғәмәлде башҡарырға теләһә, тормошон бер аҙ үҙгәртергә, башҡалар өлгө алырлыҡ итергә саҡырған.
Фото: bashinform.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: