Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Май 2021, 16:37

Республикаға эҫе көндәр әйләнеп ҡайта

Алдағы ике көндә Башҡортостанда көндәр йәнә эҫетә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, 28 майҙа төбәктә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – 4-9, көндөҙ 25-30 градус.
29 майҙа Башҡортостанда төндә йәнә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.
Төндә йылыраҡ – 11-16, урыны менән 5-10 градус. Көндөҙ һауа 27-32 градусҡа тиклем йылына.
Фото: автор
Галина Бахшиева
Читайте нас: