Шул иҫәптән бөтә халыҡҡа йәки күп кешеләр менән бәйләнештә булған ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә, мәҫәлән, сауҙа, туҡланыу, транспорт, медицина, белем биреү, социаль учреждениелар вәкилдәренә мотлаҡ вакцинация индереү тураһында фекерҙәр бар.
“Минең ҡарашҡа, мотлаҡ вакицинация индереү маҡсатҡа ярашлы түгел һәм ярамай”, – тине дәүләт етәксеһе. Уның әйтеүенсә, граждандар, айырыуса оло йәштәгеләр прививка эшләтмәгәндә бик етди һәм хатта үлемесле хәүеф аҫтына ҡуйылыуҙарын үҙҙәре аңларға тейеш.