Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Май 2021, 12:06

Үҫмер табылған да бит...

15 йәшлек үҫмерҙе эҙләү фажиғә менән тамамланды.

Бөгөн, 27 майҙа таң менән уның туған кешеһе малайҙың кәүҙәһен тапҡан. Ул Дим йылғаһында, Йоматау станцияһы янында паромдан алыҫ түгел урында ятҡан. Уны полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, 15 йәшлек Геннадий Галустян 23 майҙа яҡындарына мин Димгә һыу инергә киттем тип сығып китә. Ул эҫе көндәрҙең береһе була. Әммә ҡайтмай, иптәштәре уның һыуға сумып, кире сыҡмауын күрә. Уны шунда уҡ һыу төбөнән водолаздар эҙләй башлай. Йылғаның бысраҡ һәм теләһә ниндәй сүп-сар менән тулы булыуы эҙләүҙе ауырлаштыра.
Һәм бына бөгөн ауыр хәбәр... Үҫмер табылған.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәй башланып ҡына тора. Балаларыбыҙға ҡарата бик иғтибарлы булайыҡ. Һыу буйына яңғыҙҙары йөрөмәүе хәйерле. Уларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабат-ҡабат өйрәтегеҙ. Йәмле йәйҙең йәме аңһыҙ ҡазалар менән китмәһен.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: