Ҡәҙерлебеҙ, һине байрамың менән ҡотлап ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Кешелекле, изге күңелле, тырыш, уңған яҡыныбыҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө һәм терәк. Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай, беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Киләсәк тормошта ла һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ал сәскәләр менән бәхет яуһын
Тыуыр көндөң һәр бер таңында!
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә изге теләктәр!
Нурға тулған йөҙөңдө күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән килендәрең Тәскирә, Ләйсән, ейәнең Илфат, ейәнсәрең Айгүзәл һәм Руслан.