Даирә
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Май 2021, 19:19

Ләйсән Үтәшева менән Павел Воля ниңә балаларын сит күҙҙәрҙән йәшерә?

Быға тиклем улар Роберт менән Сафияны арттан төшөрөп йәки аяҡ-ҡулын ғына күрһәтеп социаль селтәрҙәргә һала ине.

Фанаттары быға тиклем йондоҙло парҙың балаларын күргәне булманы.
Ошо көндәрҙә Робертҡа һигеҙ йәш тулды. Ошо уңайҙан атаһы улына арнап шиғыр яҙған һәм төрлө йылдағы фотолар йыйылмаһынан видео эшләп һалған. Яҙма аҙағында Роберттың асыҡ йөҙ менән төшкән фотоһын да ҡуйған. Күрәһең, бала тиҙҙән ата-әсәһе менән рәсми премьераларға ла йөрөй башлаясаҡ.
Малайҙы күптәр әсәһенә оҡшатҡан. Әйткәндәй, бәхетле ғаиләлә буй еткергән Сафияның да май башында тыуған көнө булды. Ҡыҙға алты йәш тулды. Ата-әсә әлегә уның йөҙөн йәшерә.
фото интернет селтәренән алынды
Читайте нас: