Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп, республикала төрлө саралар үткәрелә. Шулай, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы ла ошо маҡсатты күҙ уңында тота. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы булдырылған “Сәләмәтлек” автопоезының мобиль үҙәге составы районыбыҙ халҡын да ҡабул итте.
Акцияның маҡсаты – бер юлы күберәк халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү. Уның ярҙамында төрлө ауырыуҙар ҙа асыҡлана.
Сәләмәтлек һағында тороусылар Иҫке Бәпес ауыл Советы биләмәһендә йәшәүселәргә бушлай медицина ярҙамы күрһәтте, һаулыҡтарын тикшерҙе. Тәгәрмәсле дауаханаға халыҡ бик шатланды. Акция барышында күсмә флюорография, маммография, УЗИ үтте. “Сәләмәтлек” үҙәге республика физкультура диспансеры белгестәре менән үҙәк район дауаханаһы һәм Алайғыр участка дауаханаһы белгестәре - терапевт, невролог, офтальмолог, гинеколог ҡабул итте. Кешеләр был көндө холестерин, глюкоза кимәлен билдәләүгә анализдар тапшырҙы, йөрәктәрен тикшертте. Шулай уҡ килеүселәр бер юлы диспансеризация үтте, табип тәғәйенләүе буйынса башҡа анализдар ҙа тапшырҙы, белгестәрҙән төплө консультация алды, теләгәндәргә ковидҡа ҡаршы прививка яһатыу мөмкинселеге булды. Дөйөм алғанда, ике көн эсендә барлығы 135 кеше хеҙмәтләндерелде.
Эльвира Хәмиҙуллина,
Иҫке Бәпес ауылы:
- Беҙҙә икенсе йыл ойошторолған акцияны халыҡ көтөп алды. Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауыл халҡы, бигерәк тә пенсионерҙар өсөн бик яҡшы. Бер юлы бер нисә белгестә бушлай медицина тикшереүен үтеп булды.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотолары.