Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Май 2021, 23:05

"Ирем икенсе балабыҙҙы күрә алманы..."

Ауырғазы районында йәшәгән Сәйфетдиновтар ғаиләһенә иҫ китмәле ауыр һынауҙар төшкән. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда уларҙың ике йәшлек ҡыҙының эске ҡан ағышы башлана. Бала ҡан ҡоҫа башлай. Ҡоттары осҡан ата-әсә "Ашығыс ярҙам" саҡырта һала. Уны тәүҙә Стәрлетамаҡ, аҙаҡ Өфө дауаханаһына ебәрәләр. Тикшергәс, ҡыҙыҡайға етди операция кәрәклеге асыҡлана һәм уны Мәскәүгә ебәрәләр. Әсәһе ауырлы булғас, бала менән атаһы китә.
Ҡыҙыҡайға операция эшләйҙәр, тик уның ҡаны туҡтамай. Табиптар уға “порталь гипертензия” тигән диагноз ҡуя. Бер тамырын муйынынан алып бауырына күсерәләр, тик баланың мейеһе шешә башлағас, уны яһалма кома хәленә индереләр.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, сабыйҙы медицина йоҡоһонан уяталар, ул үҙаллы тын ала башлай, әммә һаман терелмәгән. Бала зонд аша ғына ашай ала.
Был осорҙа ҡыҙыҡайҙың атаһы Руслан гел балаһы менән бергә була. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, уның тән температураһы күтәрелә лә бер аҙна буйы төшмәй. Коронавирусҡа бирелгән анализдары был сирҙең булмауын раҫлай.
Русландың температураһы йәнә 40,5 градусҡа күтәрелә, ҡунаҡханала йәшәгән ирҙе дауаханаға оҙаталар. Ә 25 майҙа ҡатыны Рәзиләгә ҡот осҡос яңылыҡ әйтәләр – ире үлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның тромбы өҙөлгән һәм үпкәһе шешкән. Русланға 12 майҙа саҡ 29 йәш тулған булған.
Әле Рәзиләнең ауырына туғыҙынсы ай, ул бер нисә аҙнанан тыуырға тейеш. Бындай проблемалар күтәргән ҡатын шок хәлендә.
– Ҡайҙан башланып киткәндер был, башыма ла килмәй. Ҡыҙыбыҙ бер ҡасан да сирләмәй ине. Табиптар әле уға оҙайлы реабилитация кәрәк ти, сөнки мейеһендә проблемалар тыуған – ул йота алмай, аяҡ-ҡулдары ҡалтырай. Әле баланы яллаған шәфҡәт туташы ҡарай. Иремде ерләгәс, ҡәйнәм барасаҡ. Һүҙҙәрем дә, хәлем дә ҡалманы. Ирем икенсе балабыҙҙы күрә алманы, – ти Рәмзиә.
Әле ғаиләгә матди ярҙам кәрәк. Теләгегеҙ булһа, 89270890492 телефонына бәйле картаға күсерә алаһығыҙ. Ул Рәзилә Рәшит ҡыҙы исемендә.
Әйткәндәй, ғаиләгә райондаштары ярҙам күрһәтергә әҙер.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: