Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Май 2021, 16:01

Ҡаһирова Нурсилә Иршат ҡыҙына

Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Ҡаһирова Нурсилә Иршат ҡыҙынаБер ғаиләлә тыуып үҫкән, бер ояла ҡанат ярған, тормош һынауҙарын да, шатлыҡ-ҡыуа­ныстарҙы ла уртаҡ итеп йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙҙы тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Ғаиләңдә һәр саҡ уңған ҡатын, тоғро йәр, һөйөклө әсәй бит һин. Киләсәктә лә тормошоңдоң һәр миҙгеле бәхет менән үтһен. Күңел күгеңде болоттар ҡапламаһын. Һөйөп-һөйөлөп йәшә.
Беҙ – туғандар, беҙҙе йәндәр түгел,
Ҡандар тартып бәйләй үҙенә.
Туғанлыҡты һаҡлап, хаҡын һаҡлап,
Атлайыҡ бергә ғүмер үренә.
Бәхеттә лә, ҡайғыла ла кеше
Туғанына килеп һыйына.
Иҫәнлектән айырмаһын Хоҙай,
Бергә булайыҡ ғүмер буйына.
Иң изге теләктәр менән апайың Гөлназ, еҙнәң Ринат, туғандарың Ризван, Юлиә, Гүзәл, Ләйсән.
Читайте нас: