Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Май 2021, 15:17

Ғүмер менән шаярмағыҙ

Кисә Ағиҙел йылғаһында була бәл хәл...Тулы текст сайтта:

Көндәрҙең түҙгеһеҙ эҫе тороуы сәбәпле, Өфө халҡы, һыу инеү миҙгеле асылмаһа ла, йылға буйҙарына төшә башланы. Шунлыҡтан ярамаған урындарҙа һыу инеп, бәләгә тарыусылар ҙа йышайҙы.
Кисә Ағиҙел йылғаһында ҡотҡарыусылар бер ирҙе шәйләп ҡала. Ул ҡысҡырмаған да, ярҙамға саҡырып ҡул да болғамаған. Әммә тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр ирҙең батып барғанын шунда уҡ аңлап ҡала, сөнки ул һыу өҫтөндә саҡ-саҡ торған, әленән-әле һыу төбөнә китеп, кире ҡалҡҡан. Катер менән янына барып еткәндә инде, һыуҙан бисараның ҡулы ғына күренеп торған. Ҡотҡарыусылар ярҙам ҡулы һуҙып, батыусыны һыуҙан тартып сығарғандар.
Артабан әйберҙәре янына ярға алып барайыҡ тиһәләр, кейемдәрен ҡайҙа ҡалдырғанлығын иҫенә төшөрә алмай хитланған ир... Оҙаҡламай асыласаҡ “Ҡояшлы” пляжын да ҡарап сыҡҡандар, йылға буйында ҡыҙынып ятҡан кешеләрҙән дә һораштырғандар, тик берәү ҙә уны алдан күрмәгән. Оҙаҡ ҡына тегеләй-былай йөрөгәндән һуң, күпер аҫты тирәһендә сисенгәнлеген саҡ иҫләгән ир.
Шулай итеп, тәжрибәле ҡотҡарыусылар ярҙамы менән һуңғы секундта ирҙең ғүмере һаҡланып ҡалған.
Фотo pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/mer-men-n-shayarma-i-807063/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: