Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Май 2021, 11:49

Миләүшә Ҡаһарманова Атаҡай Хикәйә

Өсөн-етеһен бер юлы үткәреп ҡуйып, халыҡты оҙатып, кискә үҙебеҙ генә ҡалғас, өлкән ағай өҫтәл башына тороп һүҙ алды. Беҙ уның шулай һәр йыйыныбыҙҙа сәләмләп һәм йомғаҡлап ҡуйыуына күнеккәнбеҙ. Атай урынына уны ҡабул иткәнбеҙме? Атайҙан булмағас...

Ҡустым шылтыратты. Ҡайнашып йөрөгән мәл булһа ла алдым. Уның, трубканы күтәргәнемде белгәс тә өндәшмәй тороуы, мәшәҡәтле мәлдә, бер аҙ йәнемә тейҙе, шуға ҡоро тоттом:

— Эйе! Сәләм! Йә - тыңлайым!

Ул тағы ла саҡ ҡына пауза яһаны ла сәләмһеҙ-ниһеҙ:

— Атай үлде, - тине.

— Үлде?! Нисек... үлде? – аңлай алманым.

— Үлде. Баяраҡ ҡына. Районға алып китәбеҙ хәҙер. Беҙ йөрөп ҡайтҡансы һеҙ йыйыла тороғоҙ.

Иҫемә төшкән беренсе һорауҙы бирәм:

— Эскәйнеме?..

Ҡустым тағы пауза ала:

— Эсмәне түгел инде. Кисә лә һуҡмышлап йөрөнө. Пахмил тиһәң, эргәһендә эсеп бөтөлмәгән шешәһе ултыра. Бөткәндер инде организм да, машина түгел бит. Икенсе яҡтан, йәше лә арыуыҡ – һикһәнен тултырҙы. Ярай – шул минең, ҡайтығыҙ.

Шул мәл эргәмдәге ҡайнаш икенсе үлсәмгә күсте. Коллегаларымдың тауышын ишетмәҫ булдым. Улар һаман минең хәлемде аңғармаҫтан бәхәсләштеләр-бәхәсләштеләр ҙә, фекеремде ишетергә теләпме, бары берсә миңә төбәлде. Уларҙың һораулы ҡараштарына ҡаршы тороп баҫтым һәм: “Атайым үлгән” тигән ике ауыҙ һүҙҙе генә һығып сығарып, тышҡа ынтылдым. Юҡ, иларға, сәбәләнергә тип түгел, ә ҡапылдан эсемдә барлыҡҡа килгән ауыртыныуға сыҙамауҙан...

“Атай үлде” тип илап ултырыусы булманы. Ғүмерҙең мәңгелек түгеллеген аңларлыҡ, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған йәнде оҙатыуыбыҙҙы ла белер йәштәбеҙ барыбыҙ ҙа. Кеше вафат булғанда беҙҙә

артыҡ илаулау юҡ ул былай, әммә әсәйҙе оҙатҡанда күҙ йәштәрен тыйып алып булмай ине. Икеһе лә ғәзиз кешеләр, беҙгә ғүмер биреүселәр тибеҙ ҙә, нисек кенә булһа ла икеһен ике төрлө ҡабул итәбеҙ шул. Ниңә улай икән? Улай тиһәң, яуап үҙе үк килә. Атай, әсәй була алмай инде. Әсәй – ул әсәй. Ул – берәү. Атай ҙа берәү инде... Тик ул алыҫыраҡ, унда әсәй йылылығы, әсә наҙы юҡ. Шуғалырмы...

Ғәҙәтенсә, ауылса, мосолманса итеп оҙаттыҡ атайҙы. Йола ҡушҡанса саҡырыла торғандарҙы саҡырҙыҡ, бар тәртиптәрен үтәнек, аш-һыуын әҙерләнек, аяттарын уҡыттыҡ, хәйерҙәрен тараттыҡ. Әйтеп ҡалдырған үтәрлек һүҙе лә булманы, васыяты ла юҡ. Әллә айнығып та етмәй үлгән булғандыр инде, аны кем белә. Йоҡлай, әле уянмаған тип уйлағандар бит өйҙәгеләр ҙә, ә ул инде һыуынып ятҡан. Төпкә төшөп киткәндә, зыяратҡа ҡуйылмаҫҡа ла тейештер бит. Тик... атайың тураһында шулайтып әйтеп тораһыңмы инде. Ысыта-ыста! Кит, нимә уйлап ултырам!

Өсөн-етеһен бер юлы үткәреп ҡуйып, халыҡты оҙатып, кискә үҙебеҙ генә ҡалғас, өлкән ағай өҫтәл башына тороп һүҙ алды. Беҙ уның шулай һәр йыйыныбыҙҙа сәләмләп һәм йомғаҡлап ҡуйыуына күнеккәнбеҙ. Атай урынына уны ҡабул иткәнбеҙме? Атайҙан булмағас...

— Шулай, бына, туғандар... Әсәй эргәһенә атай ҙа китеп барҙы... Ҡалайтаһың, барыбыҙ ҙа бара торған ер, тигәндәй. Тыуымдың үлеме лә бар, - һәр беребеҙ алдына ғына текәлеп тыңлап ултырабыҙ. – Атай тураһында нимә әйтә алабыҙ?.. Үлгән кеше тураһында насар хәбәр әйтергә ярамай, әммә беҙ бында бөтәбеҙ ҙә уның балалары, мин әйтмәһәм дә һәр кем үҙенсә уйлап ултыра... Артыҡ йүнле атай була алманы инде. Тик беҙҙең уға үпкә юҡ, ул беҙҙең атай, беҙҙе яралтҡан кеше, шуның менән бөтәһе лә әйтелә. Ул да, моғайын, үпкәләп китмәйҙер, ҡусты менән килен һәйбәт итеп ҡараны, әсәйҙе лә, атайҙы ла. Һәр саҡ өҫтәре таҙа, урындары йылы, тамаҡтары туҡ булды. Беҙ ҙә ҡайтып, хәл белеп торҙоҡ. Нисек булғанда ла, уға ошо биргәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ... Үҙебеҙ унан яҡшыраҡ атайҙар булайыҡ – шул.

Киләһе көн ерләүгә йыйылусылар таралды, мин бындағы ғаилә янында ҡалдым, ялым бер аҙналыҡ ине. Яйлап атай менән әсәй йәшәгән бүлмәне бушаттым. Әсәйҙән артыҡ әллә нимә ҡалмаған да инде бында. Күлдәк-яулыҡтарын күптән таратып, яҡындарына биреп бөткәнбеҙ. Атайҙың күлдәк-ыштандарын ҡараштырып, ағай-ҡустылар кәүҙәһенә самалап, ярағандайҙарын айырып һалдым. Ҡалғандарын хәйер менән бергә төйнәп, балаларҙан ауыл ҡарттарына ебәрттем. Бабайҙар еҫе сығып торған түшәк-юрғанын төрөп алып, өй ҡыйығы аҫтына, әсәйҙеке элеүле торған ергә мендереп, йәнәшәһенә бәйләп ҡуйҙым. Торалар, ана, йән әрнеткес һағышлы бер күренеш булып...

Эсемде әллә нимә яндыра. Артыҡ ҡайғырмайымда кеүек, әммә асыла ла, өҫтөмә бөркәлгән бер нәмәне һирпеп ебәреп ныҡлап тын ала ла алмайым. Күңелем дә тулышҡан кеүек, тик иларлыҡ уҡ түгелме әллә хәлем?.. Шул миктәгән баҫылғанлыҡ менән уйға сумып, мыштырлап ҡына эш менән булам.

Атайҙың урыны аҫтынан иҫке сумаҙандарҙы һөйрәп сығарҙым. Әсәй үлгәс уның һаҡлаған бөтә альбомдарын, әллә күпме хаттарын, документтарын ул ҡумта-сумаҙандары менән үҙенең карауаты аҫтына шылдырып ҡуйғайны. Заманында, әсәй шуларҙы барлап ултырғанда: “Дыу! Нимәһен бер шул ҡағыҙҙарыңа күмеләһең дә ултыраһың! Дауна үлеп бөткән әҙәмдәрҙе ҡарап!” – тип ебәрә ине. Хәҙер, ана, үҙе лә шул исемлеккә инде. Мин үҙенә:

— Нимәгә кәрәк был ҡый, атай, һиңә? Уларҙы тотоп та ҡарамайһың бит инде, - тигәндә:

— Ятһын. Әсәңдеке, - тип кенә ҡуйғайны.

Ә үҙе ғүмер буйы әсәйҙең ҡәҙерен белмәне. Ошо һүҙҙәрҙе үҙемә ишетерлек итеп әйттем. Шуны әйткем килеп торған, күрәһең. Үпкәләп түгел, хәҡиҡәт итеп. Белмәне шул ҡәҙерен әсәйемдең, ә үҙе бала шикелле унһыҙ бер көн дә тора алманы. Күҙе алдынан осоп барҙы әллә. Саҡ ҡына сыҡһа алаҡанлап: “Әсәң ҡайҙа?”- тине лә торҙо.
Альбомдарҙағы һүрәттәрҙе иҙәнгә туҙҙырып ташланым. Кәрәктәрен үҙемә бүлеп алмаҡсымын. Ҡалғандары ошонда – төп йортта һаҡланыр. Ейән-ейәнсәрҙәр килгәндә ҡарар, әле олатай-өләсәйҙәрен танып белмәй ҡалған ыуаҡтары ла, тыуаһылары ла бар.

Атайымдың армия фотолары ярым-йорто, бөкләнеп, йыртылып бөткән. Үҙенең йәшерәк сағында, эскәнендә, шулай фотоларын йомарлап, турап ташлай торған ғәҙәте булды. Былары шул “яуҙарҙан” ҡалғандары. Әсәй уларҙы йыйып, йәбештереп һаҡларға тырышҡан, күрәһең. Бөтөнөрәктәрен алып ҡарайым – һыу һөлөгө кеүек егет! Ундай сибәр кеше, бындай сая ҡараш, мөһабәт һын... беҙҙең беребеҙгә лә күсмәгән ахыры. Бик матур булған ул йәшлегендә. Юҡҡа ғына, өс класс белеме менән уҡымышлы әсәйемде әүрәтмәгәндер. Өләсәйем килеп: “Был башҡорттоң кирза итегенә ҡыҙығып сыҡтыңмы?” – тип әрләп киткән. Ысынлап, кирза итегенә генә лә ғашиҡ булырға мөмкин булған шул.
Читайте нас: