Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Май 2021, 09:07

“Кәңәштәрен һаман тотабыҙ”

Минең өләсәйем бик белемле, ҡыҙыҡһыныусан кеше ине. Экзема менән яфаланған кешеләргә ул түбәндәге майҙы эшләргә өйрәтер ине. Әйткәндәй, мине лә 14 йәшемдә ул ошо насар ауырыуҙан аралап алып ҡалды.

“Минең өләсәйем бик белемле, ҡыҙыҡһыныусан кеше ине. Уның һәр сиргә дауаһы булды, төрлө халыҡ рецептарын беҙгә лә әйтеп-өйрәтеп ҡалдырҙы. Ҡайһы берҙәре менән һеҙҙе лә таныштыраһым килә”, – тип яҙған беҙгә Зилә Нурисламова.
“Өләсәй үләндәр йыйыр ине. Яҙ етеү менән ялан-урмандарҙы иңләп сығыр, үләндәрҙе киптерер, махсус ҡаптарға йыйыр ине.
Беҙ унан күҙҙәр ауыртҡанда уларҙы яңы ғына өҙөлгән туҡранбаш (клевер) һуты менән йыуыға кәрәклеген белдек.
Бәпембәнең һабын һындырып, уның аҡ ҡына һутын күҙгә тамыҙғанда ла файҙаһы ҙур.
Экзема менән яфаланған кешеләргә ул түбәндәге майҙы эшләргә өйрәтер ине. Әйткәндәй, мине лә 14 йәшемдә ул ошо насар ауырыуҙан аралап алып ҡалды.
Шулай итеп, дегет менән бурһыҡ майынан ҡатнашма яһарға кәрәк. Бәғзе сығанаҡтарҙа осрағанса, уларҙы шунда уҡ бутарға ярамай, ә дегетте 1,5-2 сәғәт самаһы ҡайнатып алырға, унан ғына шул уҡ миҡдарҙа бурһыҡ майы өҫтәргә кәрәк. Айыу майы ла ярай. Ҡара ҡуйы май килеп сыға. Уны сирле урындарға самалап һөртөргә кәрәк.
Яҙ көнө өләсәй мотлаҡ кесерткән ашы бешерер ине.
Бының өсөн ҡайнап торған һыуға йәки һурпаға шаҡмаҡлап туралған картуф һала, кесерткәнде йыуып, бешекләп, ваҡлап турай, бер нисә минут табала үҫемек майында еңелсә ҡыҙҙыра. Кәрәкһә, бер аҙ он ҡушырға мөмкин.
Картуф бешеп сығыр алдынан, уға кесерткән, шулай уҡ, табала ҡыҙҙырылған һуған менән кишер, лавр япрағы, теләгән тәмләткестәр һалырға кәрәк. Кесерткән ашына бешкән йомортҡа, ҡаймаҡ, майонез өҫтәргә мөмкин. Ныҡ шыйыҡ тойолһа, ондо һалҡын һыуға бутап, һурпаһын ҡуйыртырға ла була.
Унан тыш, кесерткәнде ҡан баҫымы юғары булғанда ла файҙаланырға була. Бының өсөн бер ҡалаҡ кесерткән онтағын бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтегеҙ. Термос­та ике сәғәт тотоп, һөҙгәндән һуң, берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ. Йүкә сәскәһе төнәтмәһе лә был осраҡта бик файҙалы.
Ғөмүмән, өлөсәйҙең кәңәштәрен әле булһа тотабыҙ, рецептары менән файҙаланабыҙ”, – тип яҙған беҙгә уҡыусыбыҙ.
Фото: sun9-28.userapi.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: