Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Май 2021, 14:37

Содалы һыуҙан рауза ҡыуаҡтары яңыра

Ошолай итеп эшкәрткәндән һуң ҡыуаҡта яңы йәш ботаҡтар күпләп барлыҡҡа килә.

Соданың баҡсала ҙур ярҙамсы булыуын күптән беләбеҙ. Содалы һыу рауза ҡыуаҡтарына ла ныҡ килешә.
Бының өсөн биш литр һыуға бер аш ҡалағы сода, 0,5 балғалаҡ нашатырь спирты, бер сәй ҡалағы магний сульфаты (дарыуханаларҙа һатыла) һәм бер сәй ҡалағы ҡырғыс аша үткәрелгән кер һабыны ҡушып, яҡшы итеп болғатырға.
Килеп сыҡҡан ҡатнашма менән иртәнсәк йәки кискеһен (ҡояш нурҙары тура төшмәгән мәлдә) рауза ҡыуаҡтарын эшкәртәбеҙ. Һөҙөмтәлә сәскәләрегеҙ һеҙҙе яңы йәш ҡыуаҡтар ебәреп, шау сәскәгә күмелеп ҡыуандырыр.
Сығанаҡ: “Дачный советник” төркөмө.
Фото: vk.com/dachniy_sovetnik
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/Sodali-iu-an-rauza-iua-tari-ya-ira-804229/
Читайте нас: