Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Май 2021, 11:23

Иртәнге ысыҡта йөрөү файҙалы!

Иртәнге ысыҡ бит тиреһе өсөн дә файҙалы. Бының өсөн...

Иртәнге ысыҡтың файҙаһы борон-борондан билдәле булған. Фәйләсүфтәр ысыҡ тамсыһында ер менән ҡояштың таҙа энергияһы туплана, ти.
Был файҙалы эш менән май айынан башлап, йәй үткәнсе шөғөлләнергә, шул рәүешле организды нығытырға мөмкин. Быны иртәнсәк тә, кис тә эшләргә була.
Ысыҡта яланаяҡ атлап йөрөүҙе аҙ-аҙлап башлағыҙ, аяҡтарығыҙҙың өшөүенә юл ҡуймағыҙ. Был алым төрлө сир-сырхауҙы – бәшмәкте, һөйәлдәрҙе, үксә типкеһен, шешенеүҙе бөтөрөргә һәләтле. Шулай уҡ яҫы табанлылыҡҡа юл ҡуймау өсөн иң яҡшы профилактик алымдарҙың береһе һанала. Йөрөп килгәндән һуң аяғығыҙҙы һөртөп ҡоротмағыҙ, ҡояшта ныҡлы киптергәндән һуң ғына йыуығыҙ. Шулай ысыҡтың файҙаһы нығыраҡ булыр.
Йәй дауамында даими рәүештә ысыҡта йөрөһәгеҙ (5-10 минуттан башлап, артабан 40 минутҡаса еткерергә мөмкин), көҙгөлөккә организмығыҙ нығыныр, миҙгел киҙеүе кеүек сирҙәргә бирешеп бармаҫһығыҙ. Ысыҡта яланаяҡ йөрөп, тамаҡ шешеүенән, ангинанан ҡотолоп була, ти халыҡ медицинаһы белгестәре.
Иртәнге ысыҡ бит тиреһе өсөн дә файҙалы. Бының өсөн таҙа тәбиғи туҡыманы ысыҡлы үләнгә һалып, еүешләгеҙ һәм ошоно битегеҙгә ябып, бер нисә минут тотоғоҙ.
Ә һеҙ яланаяҡ йөрөргә яратаһығыҙмы? Һуңғы тапҡыр ҡасан шулай йөрөнөгөҙ?
Фото: miasskiy.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Irt-nge-isi-ta-y-r--fay-ali-803960/
Читайте нас: