Даирә
+26 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
24 Мая 2021, 10:17

Балалар һабантуйы гөрләне

Янып йәшәргә өйрәткән, осҡондо ялҡын итергә саҡырған, эшкә, уҡыуға һәр ваҡыт әҙер торорға күнектергән, сыныҡтырған, сәмләндергән Пионер ойошмаһы һәр саҡ оло быуын кешеләренең йөрәгендә. Һәр кем был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә. Берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры, ә кемдер тимуровсылар командаһы рәйесе булған. Бөгөнгө быуын уларҙы китаптарҙан ғына уҡып белһә лә, алмаш булып вариҫтар үҫеп килә.

Бөгөнгө көндә районда “Татыу иләү” балалар йәмәғәтселек ойошмаһы эш ләп килә. Ойошма вәкилдәре Пионерия көнөндә Тауһеңер яланына йыйылып һабантуй үткәрҙе. Йәйге каникул алдынан эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау, алдын ғы ларҙы баһалау һәм бергәләп ял итеү маҡсаты менән уҡыусылар өсөн һабантуй ойоштороу йолаға әүерелгән. Был сараны балалар йыл һайын көтөп ала.
Байрам бәләкәй артистарҙың сығыш тары менән асылды. Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы Ҡабаҡ мәктәбе уҡыусыһы Илдар Мусинға һәм Олокүл мәктәбе уҡыусыһы Элина Бик бае ваға тейҙе. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне - муни ципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, «Ассоцияланған ЮНЕСКО мәк тәп тәре» селтәренең «Баш ҡортостан» төбәк координаторы Людмила Богуславская, филология фәндәре кан ди даты, мәғарифты үҫтереү үҫеше институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты Фәнзил Санъяров, муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флизә Ма кеева, мәғариф бүлеге начальнигы Гөл нара Иҫәнбаева, халыҡ мәғарифының атҡа ҙанған хеҙмәткәре, пионер хәрәкәте уҙа маны Мәрйәм Абакачева, “Татыу иләү” ба лалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Эль вира Баязитова. Ҡунаҡтар пионер сафының артыуына, уларҙың уңыштарына ҡыуа ныс тарын белдереп, балаларға киләсәккә нәсихәттәр, изге теләктәрен еткерҙе.
- Барығыҙҙы ла уҡыу йылын яҡшы бил дәләр менән тамамлап, йәйге каникулдарҙы күңелле һәм файҙалы үткәреүегеҙҙе теләйем. Район, республика, Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған конкурстарҙа, олим пиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конфе рен цияларҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулауығыҙ – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Район тормошонда әүҙем ҡатна шыуығыҙ ҙур маҡтауға лайыҡ. Киләсәктә уҡыусылар ярҙамсыл, илебеҙҙең лайыҡлы ал машсылары булып үҫерҙәр, тигән ышаныста ҡалабыҙ,- тине муниципаль район хаки миә те башлығы Әлфир Сабиров.
- Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле уҡытыу сы лар, хакимиәт вәкилдәре һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын. Бына нисәнсе тапҡыр ошо күркәм байрамға саҡы ры уығыҙға рәхмәтлемен. Ҡырмыҫҡалы ра йоны - яратҡан райондарымдың береһе. Бын да ЮНЕСКО программаһы һәм проект тары юғары кимәлдә үтә. Шулай уҡ райондағы ЮНЕСКО флагы республикала иң юғары иҫәпләнә. Бында өс ассо циа цияланған мәктәп бар - 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе ЮНЕСКО-ның биосфера резерв тары буйынса халыҡ-ара конференциялар, ә инде Прибельский мәктәбендә Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара төрлө саралар үткәрәләр. Уларҙа эшләгән коллективҡа, бигерәк тә ЮНЕСКО проекттарында һәм програм маларында ҡатнашҡан балаларға оло рәх мәтемде белдерәм,- тине Людмила Богус лавская һәм бер төркөм әүҙем хеҙмәттәшлек итеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан һүҙ яҡташыбыҙ Фәнзил Санъяровҡа бирелде һәм ул үҙенең хәтирәләре менән бүлеште.
- Мин бөгөн айырыуса тулҡынланам, сөнки Пионерия көнө минең өсөн бик ҡәҙерле. 1964 йылда мин Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә Павлик Морозов исемен дәге отряд советы рәйесе булдым һәм 1967 йылда комсомолға ингәнсе ғорурлыҡ хисе менән галстук тағып йөрөнөм. Пионер ойошмаһының тәрбиәүи яҡтан әһәмиәте үтә лә ҙур булды. Пионерҙар яҡшы уҡырға, тәртипле булырға, өлкәндәрҙе хөрмәт итер гә, атай-әсәйҙәрҙе тыңларға тейеш тип ина нып үҫтек. Муйынға галстук таҡҡандан һуң үҙебеҙҙә ҙур яуаплылыҡ тойҙоҡ. Пионерия беҙҙе илебеҙ һәм рес пуб ликабыҙҙың ысын патриоттары итеп тәр биәләне,- тине Фән зил Бүләк улы һәм баш ҡорт телендә кесе ватанға мөхәббәт ту ра һындағы шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Сараның рәсми өлөшөнән һуң мәртә бәле ҡунаҡтар әкиәт ҡаласығына сәйәхәт ҡылды. Йылдағыса, һәр мәктәп ижади әҙерләнгән.
Ҡунаҡтарҙы белем усаҡтары вәкил дәре икмәк-тоҙ менән ҡаршы алып, үҙҙәренең уңыштары, башҡарған эштәре менән та ныштырҙы.
Уҡыусылар, уҡытыу сылар әҙер ләгән ҡаласыҡтар милли йола ларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып биҙәлгән. Билдәле булы уынса, 2021 йыл Рәсәйҙә Фән һәм тех нология, Башҡортостанда Сәлә мәт тормош һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Респуб ли кала быйыл йылдың тағы ла бер атамаһы бар. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты тотош йылды Баш ҡорт тарихы йылы тип билдәләне. Шун лыҡтан һәр мәктәп, үҙенең ихатаһын биҙә гән саҡта ошо темаларға айырыуса иғтибар биргән. Бынан тыш, балалар ҡулы менән эшләнгән ижади эштәрҙән хатта күҙҙәр ҡамаша. Нимәләр генә юҡ бында: ҡағыҙҙан оригами ысулы менән яһалған аҡҡоштар, төҫлө ептәрҙән бәйләнгән ҡурсаҡтар, ағастан төрлө һындар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм башҡалар. Кемдәрҙер хеҙмәт дәрестәрендәге эштәре менән таныштырһа, берәүҙәр дәрестән һуң ғы мауығыуҙары тураһында ла бәйән итте.
- 1-се кластан алып художество түңә рә генә йөрөйөм. Һәр йыл һайын район, республика кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, яңы идеялар менән сығыш яһайым. Бына һуңғы эштәрем – ҡағыҙҙан күлдәк һәм медицина маскаһынан эшләнгән бөркөт. Был күл дәкте мәктәптә үткән Яңы йыл байрамына кейҙем. Бынан тыш, баскетбол, волейбол һәм көрәш менән шөғөлләнәм. Уҡыу алдынғыһымын, буш ваҡыттарымда һүрәт төшөрөргә яратам,- ти Ҡабаҡ мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Юлиана Әминева. Ә Олокүл мәктәбе уҡыусыһы Рушан Сафин ҡағыҙҙан һәм пластилиндан төрлө фигу ралар эшләп, йәнһүрәт төшөрә икән. Был көндө тағы ла бик күп һәләтле балаларҙың эштәрен күреп булды. Уларға тик афарин тип кенә әйтәһе ҡала.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ, бейеү һеҙ үтһен инде. Мәктәп уҡыусы лары тарафынан әҙерләнгән бай концерт программаһы бары һының да күңеленә хуш килде.
Һабантуйҙың иң ҡыҙығы, иң мауыҡ тырғысы нимә? Әлбиттә, көрәш. Батыр, ҡыйыу егеттәр майҙанда үҙ көстәрен һынап ҡарау өсөн майҙанға сыҡты. Бына ул ҡайҙа сая һәм көслө батырҙарыбыҙ!
Теләге булған һәр кем үҙенә оҡшаған башҡа уйын-ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, бүләкле булдылар. Балалар кемуҙарҙан арҡан тартыуҙа, тоҡ кейеп йүгереүҙә, ҡапма-ҡаршы ултырып таяҡ тартышыуҙа һәм баш ҡа уйындарҙа үҙ-ара көс һынашты.
Сараның аҙағында иң-иңдәр, лайыҡлы уҡыусылар, мәктәптәр билдәләнде, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Иң тәүҙә палата ҡаласығына йомғаҡ яһалды. Унда тематикаға арналған күргәҙмә менән айы рыуса айырылып торған Ҡырмыҫҡалы гимназияһы 1-се урынға сыҡты, 2-селә - При бельский мәктәбе, 3-сө урынды 2-се Ҡыр мыҫҡалы һәм Бекетов мәктәптәре бүлеште. Башҡа мәктәптәр ҙә төрлө номинацияларҙа еңеүгә өлгәшеп, бүләкле булдылар. Әйт кән дәй, былтыр пандемия арҡаһында балалар һабантуйы булмау сәбәпле, 2020 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса ла иң яҡшы пионер дружинаһы билдәләнде. Шулай итеп, уҙған йылғы уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса Олокүл мәктәбенең “Алтын бал ҡорто”, ә ағымдағы йыл буйынса Зина Портнова исе мендәге Константиновка мәктәбенең пио нер дружинаһы иң яҡшы пионер дружи на лары тип табылды. Район, республика, Рә сәй, хатта халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, смотр ҙарҙа, фәнни-ғәмәли конфе ренция ларҙа, мәҙәни һәм спорт ярыштарында ҡатнашып призлы урындар алыусы бер төркөм талантлы, уңған, тырыш уҡыусылар бүләк алыу өсөн бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелделәр. Ошонда уҡ һәр һабантуйҙың милли уйыны булған көрәш ярышы буйынса чемпиондар билдәләнде. Уларҙы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары Рөстәм Әминев тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Турнир һөҙөмтәләре буйынса, Бишауыл-Уңғар урта мәктәбе уҡыусыһы Артур Әминев абсолют чемпион тип танылды.
Йәш быуынды тәбиғәт һаҡсылары итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Шун лыҡ тан, байрам тамамланғас, “Кәнфит ҡағыҙы” операцияһы иғлан ителде. Балалар йыйыл ған сүп-сарҙы билдәләнгән урынға алып барып тапшырып, бүләктәр ҙә алдылар.
Яңы дуҫтар табып, ыңғай тәьҫораттар алып, һау бул, һа бантуй, осрашҡанға тиклем, тип таралышты балалар.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.
Читайте нас