Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Май 2021, 10:01

Балалы ғаиләләр өсөн һөйөнөслө яңылыҡ

РФ Дәүләт Думаһы балалы һәм бала көткән ғаиләләр өсөн яңы пособиелар тураһында төҙәтеүҙәрҙе хупланы.Һүҙ бала пособиелары һәм больничныйҙар өсөн түләүҙе яйға һала торған закондар тураһында бара.

  1. Йөклөлөктең иртә срогындағы ҡатын-ҡыҙҙарға пособие күләме йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итәсәк. (Ғаиләнең уртаса килеме кеше башына йәшәү минимумынан артмаған ҡатындар өсөн). Айлыҡ пособие алыу өсөн ҡатындар йөклөлөктең 12 аҙнаһына тиклем гинекологияға иҫәпкә торорға тейеш.
  2. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә 8 – 16 йәшлек балалар өсөн айлыҡ пособие ғәмәлгә инә. Пособие күләме - йәшәү минимумының яртыһы. Әгәр ҙә был йәштә бер нисә бала булһа, әсә – атаһы булған хәлдә бер балаға йәки алимент түләнеүсе һәр балаға ҡаралған.
  3. Ете йәшкә тиклем балаларҙы ҡарау буйынса больничный 100 процент хеҙмәт хаҡына тиң булырға тейеш, йәғни ата-әсәнең хеҙмәт стажына ҡарамаясаҡ.
  4. Яңы төҙәтеүҙәр 2021 йылдың 1 июленән алып ғәмәлгә инәсәк.
    Фото: Валерий Шахов
    Читайте нас: