Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Май 2021, 21:23

Ревендән (ирәүәндән) тәмле бәлеш

Баҡала ат ҡолағына оҡшап үҫкән ревендән әңкәйем бик тәмле итеп бәлеш бешерә. Ҡуҙғалаҡтан да шул уҡ рецепт менән бөйөрөк, бәлеш бешерергә була.

Күптәр үҙ баҡсаһында үҫкән, ат ҡолағына оҡшап торған ирәүәндең (ревень) витаминдарға бик бай икәнен белмәйҙер ҙә әле. Белгестәр фекеренсә, уның составында А ,С ,В, К, РР витаминдары күп. Шулай уҡ органик кислоталар, кальций, селен, цинк, магний, тимер, фосфор ҙа бар.
Иммунитеты түбән кешеләргә ашау бигерәк тә файҙалы, шулай уҡ үтте ҡыуҙыра, микробтарға ҡаршы көрәшә һ.б.
Ирәүәнде төрлө салаттарға, йәшел аштарға, щиға ҡушып ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ унан бешерелгән бәлеш тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Эслек өсөн был үҫемлектең һабаҡтары менән бергә япраҡтарын да берҙәй ҡулланалар. Тәме буйынса әскелтем, ҡуҙғалаҡты хәтерләтә.
Сөсө йәки әсетке менән ҡамыр баҫып, ирәүәндән эслек әҙерләйбеҙ. Бының өсөн һабағы менән япраҡтарын турайбыҙ һәм тәменсә шәкәр ҡомо, бер-ике аш ҡалағы ҡаймаҡ өҫтәп, яҡшылап бутайбыҙ. Һөҙөмтәлә бына тигән эслек әҙер. Матур итеп бәлеш яһап, ҡыҙған мейестә бешереп алырға кәрәк.
Ирәүән бәлешен һыуынғасыраҡ, һуты һеңгәс киҫергә кәңәш ителә. Ял көндәрендә бешереп, яҡындарығыҙҙы ҡыуандыра алаһығыҙ. Аштарығыҙ тәмле, кәйефегеҙ шәп булһын!
Фото: pixabay.com
Читайте нас: