Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Май 2021, 09:43

Ҡолғо­нина Рита Мәхмүт ҡыҙына

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ҡолғо­нина Рита Мәхмүт ҡыҙын алтын юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн ҡояш кеүекһең, тормошобоҙҙо йы­лытаһың һәм яҡтыртаһың. Киләсәктә лә шулай киң күңелле, алсаҡ йөҙлө булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, шатлыҡтарға күмелгән оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән
Ниҙәр теләһәк тә, аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин
Ғүмереңдең һәр бер иртәһен.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Алина, кейәүең Илдус, ейәнсәрҙәрең Наҙгөл, Ләйлә.
Читайте нас: