Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Май 2021, 21:46

Мобиль ҡушымта ярҙамға килә

Беҙҙең “Һөт кухняһы” халыҡҡа тағы ла нығыраҡ яҡыная. Әлеге ваҡытта бушлай һөт ризыҡтары алыуға документтар биреү йәки уларҙы яңыртыу өсөн мобиль ҡушымта ғәмәлгә индерелә.

Хәҙер бөтә белешмәләрҙе, документтарҙы интернет аша ебәрергә мөмкин буласаҡ.
Ҡушымта ярҙамында “Һөт кухняһы”ның эшмәкәрлегенә ҡағылышлы көнүҙәк яңылыҡтарҙы белергә, продукцияға заказ бирергә, һөт ризыҡтары биреү пунктын һайларға була. “Молочной кухни онлайн” тип аталған ҡушымта Android һәм IOS платформаларында эшләй.
Белеүебеҙсә, “Һөт кухняһы” учреждениеһы 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Ошо эшмәкәрлек осоронда тәүлегенә биш тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле ете етештереү майҙансығы, һөт продукцияһы, ҡоро ҡатнашмалар таратыуға ҡулайлаштырылған 134 пункт барлыҡҡа килде. Бөгөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 24255 бала, етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған 36 бала, шулай уҡ 485 ауырлы ҡатын һәм бала имеҙеүсе әсә бушлай һөт ризыҡтары алыу мөмкинлеге менән файҙалана.
Фото: "Башинформ".
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: