Даирә
+20 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
21 Мая 2021, 04:19

Малыңды электрон көтөүсегә ышанып тапшыр

Һуңғы йылдарҙа йәшел үләнгә аяҡ баҫыу менән ауыл халҡы һәм фермерҙар алдында, «ҡайҙан көтөүсе табырға?» тигән киҫкен мәсьәлә килеп тыуа. Был яуаплы эште береһенең дә үҙ өҫтөнә алғыһы килмәй.Был мәсьәләне бөгөн сағыштырмаса тиҙ генә хәл итеү юлын баш ҡалалағы «Прибор Уфа» ойошмаһы тәҡдим итә. Хәҙер көтөүсене заман тех нологиялары еңел алмаштыра ала, сөнки йылдан-йыл яңы техно логиялар үҫешә һәм тор мошобоҙға улар нығыраҡ үтеп инә. Кемдәр ошо технологияларға таянып эшләй - табышы ла мулыраҡ, яңы йүнәлештәге мөмкинлектәр ҙә уларға киңерәк асыла.Шуға ла «Прибор-Уфа» тәҡдим иткән элект рон көтөүсегә ентекле туҡ талайыҡ. Был ҡора малдың мөм кин лектәре менән «Прибор-Уфа» йәмғиәтенең һатыу бүлеге етәк сеһе Азат Бикҡужин таныштыра.

– Азат Миҙхәт улы, Көнбайыш илдәрендә аҙым һайын осраған ҡорамал – электрон көтөүсене беҙҙең халыҡ нисек ҡабул итте, уның менән ҡулланыусылар бармы?
– Эйе, ҡорамалды Көнбайыш та аҙым һайын осратырға мөмкин.
Был илдәрҙә малдар юлдарға, Кеше йәшәгән ерҙәргә сыҡмаһын өсөн электрон көтөүсе менән уратып алыу шарт. Кире осраҡта мал тотоу тыйыла. Ә беҙҙең республикала
йыш ҡына мал ҡарауһыҙ йөрөй. Шуға ла ауыл иген баҫыуҙарына, бесәнлектәргә, урман үҫентеләренә ҙур зыян килә. Ул ғына ла түгел, көтөүһеҙ йөрөгән һыйыр-аттар арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре лә йыш осрап тора.
Электрон көтөүсене ҡулланған осраҡта бындай зыяндар шаҡтай кәмер ине. Тик әлегә беҙҙә улар һирәк күренеш. Әммә йәмәғәтселек үҫеш алған һайын, заман технологиялары ла киңәйә, талаптар ҙа көсәйә. Шуға ла был ҡорамалдың тиҙҙән һәр хужалыҡта
буласағына ышаныс ҙур. Сөнки һуңғы йылдарҙа ул беҙҙең яҡтарҙа ла тарала башланы. Уңайлы булыуын баһалаған беҙҙең һатып алыусыларыбыҙ туғандарына, күрше-күләндәренә тәҡдим итә, үҙ ваҡытында улар һөйләшеп, бергә йыйылышып алалар. Ғөмүмән, электрон көтөү се популярлаша башланы.
– Ҡорамалдың уңайлыҡтары, мөмкинлектәре менән беҙҙең гәзит уҡыу сыларҙы ла таныш тырып үтһәгеҙ ине.
– Электрон көтөүсе ҡулланыуҙа бик уңайлы әйбер. Иҡтисади яҡтан да, кешенең ваҡытын
һаҡсыл тотоноу өсөн дә бик шәп ҡорамал. Хужаларға малын эҙләп, көтөп йөрөргә кәрәкмәй. Халыҡ күҙ терәп торған малын тулыһынса был заман ҡорамалына ышанып
тапшыра ала. Күп кеше көтөүсе эҙләп яфа сигә. Уны тапҡан осраҡта ла күпме аҡса сарыф
итәләр. Тағы ниндәй көтөүсе эләгә әле, ул ваҡытында эшкә сыҡмаҫҡа, үҙ эшенә яуаплы ҡарамаҫҡа ла мөмкин. Мал хужалары үҙҙәре сиратлап көткән ауылдар ҙа бар. Ә электрон көтөүсе өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. Ҡорамалды мал-тыуар,ҡош-ҡорт, ҡырағай хайуандар
биләмәгә инмәһен өсөн умартасылыҡ йүнәлешендә лә ҡулланып була. Мәҫәлән, иген баҫыуҙарын күп осраҡта мал тапай. Йорт хайуандары булһынмы, ҡыр хайуандары булһынмы – сәселгән баҫыуҙарға зыян килтерә. Ә электронкөтөүсе менән уратып алғанда,
улар инә алмаясаҡ.
– Бындай шәп ҡорамал күпме тора һәм уның менән ниндәй майҙанды уратып алып була?
Хаҡтары менән таныштырып китегеҙ әле.
– Әйтергә кәрәк, уның хаҡы тешләшмәй. Ҡорамал үҙ хаҡын Бер-өс айҙа тулыһынса ҡаплай.
Баҫыуҙың күләме ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, төрлө гектарға яраҡлаштырып була. 1 гектар майҙанды уратып алыр өсөн 11 000 һум аҡса китәсәк. 5 гектар 15 000 һум
буласаҡ. Шулай арта бара, йөҙгектары етмеш биш мең һум тәшкил итәсәк. Был хаҡтар үҙен тиҙ арала аҡлаясаҡ.
– Электрон көтөүсене ябай кеше үҙе ҡора аламы, әллә файҙаланыуға тапшырыр алдынан
махсус белгестәр кәрәкме?
– Электрон көтөүсе мобиль аппарат, ул аккумуляторҙан һәм электр сымдарынан эшләй. Бер нисә өлөштән тора: импульс ебәреүсе генератор, махсус изолятор һәм ҡорос сымдар. Уны һәр һатып алыусы үҙе ҡора ала.
Ҡорамалды йыйыуҙа бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар юҡ. Схемаға ҡарап йыяһың. Шуға ла бер ниндәй махсус белемле кеше кәрәкмәй.
Электрон көтөүсене ауыл хакимиәттәре, ауыл халҡы үҙе лә йыйылып һатып алырға мөмкин. Әйткәндәй, “Прибор-Уфа” ойошмаһының агросәнәғәткә бәйле эшмәкәрлеге күп тармаҡлы. Бында хужалыҡтар һәм фермерҙарға Һөт анализа торҙары, “Агроном
сумкаһы”, тупраҡтың әселеген билдәләүсе РН метр, иген дымлылығын, ондоң аҡлығын асыҡлаусы һәм башҡа бик күп приборҙар алырға мөмкин. «Прибор-Уфа» ойошмаһының ишектәре һатып алыусылар өсөн һәр ваҡыт асыҡ, килегеҙ. Офис һәм һатыу нөктәһе
баш ҡаланың үҙәгендә, уңайлы урында урынлашҡан. Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 10 а, икенсе ҡат, 212-се офис. Белешмә өсөн телефондар:
(347) 294-60-60, 221-00-65, 8(937)477-23-60. Килегеҙ, көтәбеҙ!
Наҙгөл БАЙРАМОВАәңгәмәләште.
Реклама хоҡуғында.
фото т.роза
Читайте нас