Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Май 2021, 09:44

Максимова Айгөл Фәр­ғәт ҡыҙына

Ҡырмыҫҡалы ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле Максимова Айгөл Фәр­ғәт ҡыҙын 45 йәшлек матур юби­лейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, һине матур байра­мың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай, беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Киләсәк тормошта ла һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.

Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Георгий, атайың Фәрғәт, әсәйең Әлфиә, апайың Айһылыу, ағайҙарың Рөстәм, Айҙар, улың Айтуған, ҡыҙҙарың Лиана, Эльвира, кейәүең Александр, ейәнең Артем һәм Роман.
Читайте нас: