Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Май 2021, 09:37

Мәхмүтова Гөлсинә Әлтәф ҡыҙына

Ҡарлыман ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, ғәзиз­дәр­ҙән-ғәзиз өлә­сә­йебеҙ Мәхмүтова Гөлсинә Әлтәф ҡыҙын 65 йәшлек күр­кәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙгә кү­гебеҙҙә балҡыған яҡты яҙғы ҡояш кеүекһең. Һин тыуған йортобоҙҙоң тот­ҡа­һы. Яғым­лы һүҙҙәреңде ише­теү, ар­ҡанан һөйөп яратыуҙарыңды тойоу үҙе бер бәхет. Һин булғанда тормошобоҙ бө­төн, аҙым­дары­быҙ ышаныслы. Беҙгә биргән матур тәрбиәң, мөхәб­бәтең, хәстәрлегең, сабыр­лығың, һаман беҙҙе ҡайғыртып йәшәүең өсөн рәхмәт.
Ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелектәрен күреп, бала­ла­рыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә, һаулыҡта ғүмер итергә насип итһен.
Киләсәктә яҡындарыңдың матур яҙмышына шаһит булып, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәт­лектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, именлектә, бәхет­тә, күңел нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә лә йәшә.
Сәләмәт бул, ҡәҙерлебеҙ,
Бәхет ҡунһын күңелең түреңә.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Талмай атла ғүмер үреңә.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән йәмле,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әлиә, кейәүең Мәғәфүр, улың Азамат, киленең Гөлшат һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: