Башҡортостанда былтыр дәүләт ярҙамына 11 960 бала иҫәп тотҡан. 2019 йылда ярҙамға мохтаждар күберәк булған – бөтәһе 13 501. Әгәр күрше Татарстан менән сағыштырып ҡараһаҡ, былтыр дәүләт ярҙамына ни бары 7 606 бала дәғүә иткән. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың иң күбеһе Пермь крайында – барлығы 12 096. Ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙың гражданлыҡ, конституция һәм башҡа хоҡуҡтары боҙолмаһын өсөн дәүләт уларҙы үҙ яҡлауына ала. Закон нигеҙендә балаларға етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм статусы бирелә. Был категориялар бер-береһенән айырылһа ла, хоҡуҡтары һәм льготалары берҙәй.