“Лиза Алерт. Башҡортостан” төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында йәшәгән ҡыҙ 18 майҙа өйөнән сығып киткән һәм юғалған. Әле уны полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр эҙләй.
Ҡыҙҙың билдәләре: буйы 175 сантиметр, ҡаҡса, ерән сәсле, һоро-йәшел күҙле.
Юғалған көндө асыҡ һары төҫтәге еңел куртҡа, ҡара салбар, ҡуңыр кроссовка кейгән булған.
Ҡыҙҙы күрһәгеҙ йәки ҡайҙа булғанын белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондарына шылтыратығыҙ.
Мәғлүм булыуынса, уның диуарында “Көн байыған саҡта китәм, хушлашыу яҙмаһын ҡалдырмайынса” тигән яҙыу тора, шулай уҡ хәүефкә һалған аватар-һүрәт ҡуйылған – сәскә араһында йәш ҡыҙҙың һөлдәһе.
Фото: “Лиза Алерт. Башҡортостан” төркөмөнән.