Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Май 2021, 18:35

Тырма менән һуғып һәләк иткәндәр...

...Асыҡланыуынса, ҡазаланған 84 йәшлек ир менән 79 йәшлек ҡатын ирле-ҡатынлы булғандар.

Ошо көндәрҙә Иглин районының Булан-Турған ауылындағы баҡса йортонда ҡот осҡос аяныслы хәл теркәлгән. Пенсия йәшендәге ике кешене баҡса йортонда вәхшиҙәрсә һәләк иткәндәр.
Был хаҡта РЕН-ТВ каналы белдерә. Асыҡланыуынса, ҡазаланған 84 йәшлек ир менән 79 йәшлек ҡатын ирле-ҡатынлы булғандар Башы бер нисә урындан яраланған ирҙең кәүҙәһе ихатала табылған. Эргәһендә тырма ла ятҡан... Ә башы һуғып ярылған бисара ҡатын кәүҙәһе - өй эсендә, верандала. Йорт эсе аҫты-өҫкә килтерелеп туҙҙырылған, йыһаздар аунап ятҡан... Шулай уҡ енәйәт урынында балта менән тырма табылғанлығы билдәле.
Тәфтиш комитеты, “Үлтереш” статьяһы буйынса енәйәт эше асып, ғәйеплеләрҙе эҙләй. Әле Енәйәт урынын ентекле тикшереү эше бара.
Фото pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: