Йыл һайын шундай сараларҙан һуң күккә миллионлаған шар (шул иҫәптән гелий шарҙары) осорола. Латекс, шар шунан тора, беләһегеҙҙер, йылдар буйына тарҡалмай. Уны йә хайуандар ашай йә ҡоштар. Етмәһә, бауҙарына сырмалалар. Шар осороу кешегә ҡыҙыҡтыр ҙа, әммә тәбиғәткә бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ.
“Ут шарҙары” (светошар) бигерәк тә ҡурҡыныс. Сөнки уларҙағы батарейка II кластағы хәүефкә эйә. Составында магний, терегөмөш, ҡурғаш, никель, цинк, кадмий кеүек матдәләр бар. Ә улар тәбиғәткә һәм кешегә ҙур зыян килтерә.