Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Май 2021, 15:41

Сәлим­гәрәева Гөлнара Нәжиб ҡыҙына

Үрге Төкөн ауылында йә­шәүсе берҙән-бер ҡәҙерле һең­лебеҙ, апайыбыҙ Сәлим­гәрәева Гөлнара Нәжиб ҡыҙын алтын юбилейы айҡанлы ихлас ҡот­лайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Алда тыуыр таңдарың сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ алып килһен. Ба­лаларыңдың изгелектәрен күреп, яҡындарыңдың йылыһын тойоп, шатланып йәшәүеңде теләйбеҙ. Алдағы тормошоң ҡыуаныстарға, бәхеткә бай булһын.
Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин
Ғүмереңден һәр бер иртәһен.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән апайың Фәниә, еҙнәң Сәғит, туғандарың Азат, Илһөйәр, Әлиә һәм Сабина.
Читайте нас: