Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Май 2021, 12:44

Рәмил Шәмсетдинов Төмән өлкәһендәге колонияла ултырасаҡ

Хеҙмәттәштәрен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновты Төмән өлкәһенә ебәреүҙәре хаҡында адвокаты Рауил Тугушев хәбәр итә.

- Аҙна ярымдан Төмән өлкәһенә барып еткәс, ҡайһы колонияла ултырасағы билдәле буласаҡ, - тип яҙа адвокат.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылдың ғинуарында суд Рәмилде ҡаты режимлы колонияла 24 йыл да алты айға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарҙы. Бынан тыш һәләк булыусыларҙың һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләренә Шәмсетдинов 9,8 млн һум компенсация түләргә тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: