Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Май 2021, 08:53

"Иламаһын!"

Республикала атай кеше алты айлыҡ балаһын үлтерә яҙғансы туҡмаған. Асыҡланыуынса...

Ҡайһы бер кешеләрҙең ҡанһыҙлығына иҫең китер. Үҙ балаһына ҡарата бындай вәхшилекте хайуандар ҙа ҡылмай бит...
Был хәл ошо көндәрҙә Өфөлә була. Баш ҡаланың Калинин районы судына махсус эштәр буйынса тәфтишсенән 43 йәшлек иргә ҡарата сара ҡабул итеүҙе һорап юллама килә. Ул балаһына күрәләтә зыян килтереүҙә ғәйепләнә.
Баҡһаң, ир алты айлыҡ ҡыҙын үлтерә яҙғансы туҡмаған. Кис әсәй кеше эштәре буйынса бер нисә сәғәткә өйөнән сыға, балаһын иренә ҡалдыра. Тик бәпес илай башлағас, атаһы уны туҡмай. Ҡайтып, балаһының хәлен күргән ҡатын полицияны һәм табиптарҙы саҡыра.
"Мин уны үлтерергә йәки артабан туҡмарға йыйынманым. Ни бары илауынан туҡтауын ғына теләгәйнем", - тип аңлатҡан ир был ҡылығын. Шулай уҡ был ваҡытта үҙенең иҫерек булғаны тураһында хәбәр иткән. Әйткәндәй, ул тәүҙә, баланы туҡмаманым, ул ҡолап төштө, тигән. Аҙаҡ ғәйебен таныған.
Суд уны ике айға тиклем һаҡ аҫтына алырға ҡарар иткән.
Фото: don24.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: