Дәүләт авто инспекцияһы әлегә ҡыҫҡа мәғлүмәт кенә бирә. Билдәле булыуынса, Гастело урамындағы стадион янында КамАЗ водителе велосипедта китеп барған баланы төкөгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул фажиғә урынында һәләк булған. Мәрхүмдең шәхесе асыҡланған – ул Өфөлә йәшәгән 13 йәшлек бала булып сыҡҡан.