Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Май 2021, 10:33

20 йыллыҡ хыял (Хикәйә)

Ринаттың йөрәге ашҡынып тибеүҙән сығып килгән кеүек. “Хәйерлегә булһын, уйлаған ниәттәрем тормошҡа ашһын...” – тип ҡуйҙы үҙен тынысландырып. Сығын сылап сапҡан йөрәге менән ярышырға уйлағандай, “Десятка”һының тиҙлеген арттыра төштө. Радиоһының да тауышын бар көсөнә асты. Ҡушылып йырлап алды.

Ташлама һин мине, ташлама –
Яңы тормош инде башлана.
Яңғыҙ итмә, бәғрем, ғәфү ит,
Яңғыҙ тормош бигерәк ауыр бит...
Әле донъяның оҙон ҡыштан һуң яңырыу кисергән мәле. Иркә ҡояш нуры, муйыл сәскәһе еҫе күңелде иләҫ-миләҫ килтерә. Үҙендә ер аҡтарып ташларҙай көс тоя Ринат. Ғүмеренең иң матур: тәүләп ғашиҡ булып, һөйөүенән иҫереп, башын юйып йөрөгән мәлдәре иҫенә төшә. Үҙе өсөн сикһеҙ ҡәҙерле Тере Шишмә ауылына яҡынлашҡас, был хис йөрәген семетеп-семетеп ауырттырып алды. Тау-урман араһында ел-дауылдан ышыҡланып ҡына ултырған ошо ауылға нигеҙ һалған кеше: “Ҙур йылғаһы булмаһа ла, сылтыр шишмәһе барҙа беҙгә ҡурҡыныс янамай”, – тип әйткән тиҙәр. Ул мәлдә күҙ терәп торған һыуҙары ошо шишмә булғанғамы, “тере” тип йөрөтә башлағандар.
Ҡарттың һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты. Шишмә тере саҡта ауыл гөрләп торҙо. Күрше ауыл йәштәре лә, кис етһә, Тере Шишмә клубына ағылыр ине. Ринат Гөлкәй менән ошонда танышты. Ҡыҙҙы күрҙе лә, башын юйып ғашиҡ та булды. Егет үҙе күрше ауылдан, 6-7 саҡрым арыраҡ ятҡан Талдарҙан, ә Гөлкәй бында йәшәгән өләсәһенә йыл да ҡунаҡҡа килә ине. Бер нисә йыл элек шишмә ҡапыл ғына ҡороно. Шуны көткәндәй, ауыл да бөтөүгә китте. Хәҙер шишмә лә юҡ, ауыл да. Был ауыл аша машиналар ҙа йөрөмәй башланы. Дөрөҫ, бер нисә өйҙә ут яна әле, әммә оҙаҡ янырмы? Гөлкәйҙең өләсәһе һуңғы һулышын ошонда алды. Ринат йыш ҡына Тере Шишмә аша үтә. Фатима әбейҙең өйөнә күҙе төшкән һайын йөрәге һыҙа уның. Берҙән, ауылдың күҙ алдында юҡҡа сығыуына көйһә, икенсенән, әлеге таныш өй үткәндәрҙе, Гөлкәйҙе гел иҫенә төшөрә. Ҡайһы берҙә ҡатыны менән насар йәшәүендә лә ошо өйҙө, ауылды ғәйепләп маташа. Был инде үҙен аҡларға маташыу ғына, әлбиттә. Ысынында Гөлкәйҙе яратты, ярата һәм ғүмеренең аҙағынаса яратыр, ахырыһы. Бер нәмә лә уға булған хисте юя алмай бит.
Ринаттың әле район үҙәгенә китеп барыуы. Ҡыҙы ауырыңҡырап тора, махсус бер дарыуға заказ биреп киткәйнеләр, шуны алырға кәрәк. Ғәҙәттә эштән бик ебәреп бармайҙар, быныһында нисектер һис тотҡарлыҡ булманы. Үҙәктә бүтән эштәре лә бар ине, яйлап йөрөп ҡайтырға мөмкинлек бар.
Тере Шишмә аша үткәндә һәр ваҡыттағыса күҙе Фатима әбейҙең өйөнә төштө. Оло юлдан алыҫ ултырған йорттоң ҡапҡаһы, ни ғәжәп, асыҡ тора ине. Әллә нимә булды Ринатҡа. Машинаһын туҡтатҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Бер талай ҡымшанмайынса ҡарап ултырҙы. Ауылда тып-тын. Йән эйәһе күренмәй. Хата ниндәйҙер шом биләп алған кеүек.
Хужаһыҙ етем өйҙәр үҙҙәрендә әллә күпме сер һаҡлай. Ринат ҡуҙғалып китергә уйланы ла: “Үткән-һүткән кеше туҡтағандыр, йә берәй нәмә эҙләгәндәрҙер, ҡапҡаһын ябып, тыныс күңел менән китәйем”, – тип ишеген асты. Машина һын юл да ҡалдырып, йәйәү генә өй яғына атланы. Фатима әбейҙәрҙең өйө бер аҙ ергә һеңгән, шулай ҙа элекке төҫөн юғалтмаған. Урыҫ ҡапҡаһы ла шул көйө. Бирешмәй йорт. Усағымды йылытыр кешене көтәм, тигәндәй нимәгәлер өмөтләнеп ултыра бирә.
Ҡапҡаны ябыр алдынан урамға күҙ һалды. Бөтә ерҙә тәртип. Бер кем дә йәшәмәй, тип әйтерлек тә түгел. Фатима әбей бөхтә булды шул. Улдары ла ял һайын ҡайтып ярҙам итеп торҙо. Ейән-ейәнсәрҙәре лә йыш килде. Гөлкәй генә, кейәүгә сыҡҡас, исмаһам бер генә тапҡыр ҙа килеп әйләнмәне...
Ҡапҡа ғына түгел, өйҙөң ишеге лә асыҡ ине.
– Кем бар унда? Дамир ағай, һеҙ килдегеҙме әллә? – тип өндәште Ринат. Тауыш-тын ишетелмәгәс, эскә үтте. Ингәс тә юл сумкаһына күҙе төштө, өҫтөнә куртка һалынған. Бер кем дә йәшәмәй тип әйтмәҫһең дә, бөтә йыһаз, кәрәк-яраҡ үҙ урынында, тик нисектер күк еҫе килгән төҫлө. Төпкө бүлмәнең тәҙрәһенән кемдер тышҡа ҡарап тора. Кемдер түгел, Гөлкәй бит! Ринат уны ниндәй ҡиәфәттә лә, ниндәй алыҫлыҡта, ниндәй кейемдә лә
таный.
– Гөлкәй! – Ринаттың тауышы ҡалтыранып, йөрәгенән урғып сыҡты. Бер-ике аҙым атланы ла туҡтап ҡалды. – Гөлкәй!
Өнөммө-төшөммө?
Алһыу төҫтәге ҡыҫҡа балаҡлы салбар, селтәрле аҡ кофта, оҙон сәс… Гөлкәй яй ғына әйләнеп баҫты, оҙон керпектәрен елпеп ҡарап алды, йылмайғандай итте.
Күҙҙәре ҡыҙарып, шешенгәндәй. Илағанғалыр.
– Гөлкәй! – Ринат ҡатынға яҡын килде, һаҡ ҡына ҡосағына алды. Тегеһе ҡарышманы, башын ирҙең күкрәгенә терәне. Оҙаҡ торҙо улар шулай. Ир ҡулын әҙ генә бушатырға ла ҡурҡты. Әлеге мәленә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Ҡасан да булһа мотлаҡ осрашырҙарын һиҙҙе бит ул, был минуттарҙы өҙөлөп көттө, тик ҡасан булырын ғына күҙ алдына килтерә алмай ине. Бына бит!
Килде уның Гөлкәйе! Осрашты улар!
– Бына, ҡайттым... Һағынып, талпынып ҡайттым. Алла бирһә, бер-ике айҙан бөтөнләйгә, бүтән бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡайтам...
– Мин һине көттөм. Көнө-төнө...
– Мин дә.
– Инде мине ташлап китмә, йәме.
Бүтәнсә айырылышыуға түҙә алмая саҡмын.
– Ринат, был осрашыуҙы улай уҡ күңелеңә яҡын алма. – Гөлкәйҙең тауышы һағышлы сыҡты. – Һинең ғаиләң, ҡыҙың бар. Минең арҡала уларҙы етем итмәҫһең бит?
Ринат, ҡапыл ғына ни тиергә белмәй, тотлоғоп ҡалды.
– Мин бит үлергә йыйынмайым... – тине ахырҙа. – Ҡыҙым бер ҡасан да етемлекте тоймаясаҡ, уныһы өсөн тыныс бул.
– Барыбер. Һиңә күренмәй генә китер мен, тип уйлағайным, бында икәнемде ҡайҙан белдең?
– Алла бабай ҡолағыма шыбырлап китте! – Ринат шаяртып көлөп алды. – Ә ысынында күңелем һиҙҙе. Бүтәнсә Бер ҡайҙа ла ебәрмәйем үҙеңде!
– Мин әлегә бик аҙға ҡайттым…
Өләсәйемдең ҡәберен булһа ла күреп, сәскә һалып китәйем тигәйнем... – Шунан шым ғына өҫтәп ҡуйҙы: – Унан, элек һинең менән уҙған ерҙәрҙән Бер үткем, барыһын да иҫемә төшөрөп, яңынан кисергем килде... Бына, үҙеңде күрергә лә насип булды...
Ринат нимә өсөн китеп барғанын да онотто. Дөрөҫөрәге, онотманы, барғыһы килмәне. Ошондай мәлдә, әҙгә генә ҡайтҡан Гөлкәйен нисек ташлап китһен?!
Ҡыҙы ни… дарыуҙарһыҙ күпкә түҙгәнде әҙгә түҙер әле. Бәлки дарыухана ябылғансы барып та етер әле.
Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне Гөлкәй менән Ринаттың. Гөлкәйҙең юлға тип һалып алған бутерброд, һуттары менән тамаҡ ялғап алғас, зыярат яғына атланылар. Сәскә һалып, былтырғы үләндән таҙарттылар. Унан һуң йәшлек һуҡмаҡтары буйлап киттеләр. Һәр һуҡмаҡ таныш, бар урын ҡәҙерле. Кисә генә ошо ерҙән уҙған кеүек. Әйтерһең, кистән генә хушлашып, бөгөн яңынан осрашҡандар.
– Мин бит һине ғәфү итә алмам тип уйлағайным… – Ринат үҙен нисәмә йылдар ыҙалатҡан иҫтәлектәрҙе ҡуҙғытты.
– Минең ғәйебем юҡ, Ринат!
– Аңлайым да бит… Шул ғәрип тип, үҙеңде лә, мине лә бәхетһеҙ иттең… Ундай ҡорбан кәрәк инеме һуң?
– Улай тип әйтмә! – Гөлкәй был һүҙҙәрҙе ҡаты әйтте. – Шунһыҙ мин тыныс күңел менән бер көн дә йәшәй алмаҫ инем. Мин Артурҙы бәхетле итә алыуым менән бәхетлемен… Унан… һин бәхетһеҙме ни?
Һуңғы һүҙҙәренән һуң Гөлкәй көлөмһөрәп ҡуйҙы, тәүге мөхәббәтенең нисек йәшәүе тураһында әҙме-күпме хәбәрҙар ине ул. Ринат йәнә үҙен уңайһыҙ тойҙо.
Быны һиҙгән Гөлкәй килеп тыуған уңайһыҙлыҡтан ҡотолорға теләп:
– Мин бында барыһын да оноторға, ниһайәт әҙәмсә тормош башларға тип ҡайттым. Ә һин... Иҫемә төшөрмә! Бер нәмәне лә! Нисәмә йылдар буйына ошо ваҡиғаның күңелемде иҙгәне лә еткән... – тип тыйҙы.
Ысынлап та, әҙ генә ваҡытты күңелһеҙ иҫтәлектәргә әрәм иткәнсе, хәтерҙә уйылып ҡалған матур миҙгелдәр иҫ киткес күп бит. Көн кискә ауышты. Ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
– Уй, миңә китергә ваҡыт! – тип ҡабалана башланы Гөлкәй. – Вокзалға саҡлы алып барып ҡуя алмаҫһыңмы? Йә һуңға ҡалырмын.
– Әллә бөгөнгә ҡалаһыңмы? Үҙеңде күргәндәй ҙә булманым. Зинһар… – тип инәлде Ринат. Уның Гөлкәйҙе һис кенә лә ебәргеһе килмәй ине.
Ҡыҙыҡ, бына егерме йыл күңелендә нәфрәт һәм һөйөү алышып йәшәй. Мөхәббәттәренә хыянат иткән, уйламағанда ғына икенсе кешегә кейәүгә сығып, йәһәннәм аръяғына күсеп киткән Гөлкәйҙе берҙән күрә алманы, шул уҡ ваҡытта үлеп яратты, өҙөлөп һағынды. Әле күңелендә тамсы ла нәфрәт ҡалмауын аңланы.
Гөлкәй, бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, ҡалырға булды. Тыуған яҡтарынан, тәүге мөхәббәтенән тиҙ генә айырылғыһы килмәне уның да.
Ҡатын бер аҙ ял итеп алғансы, Ринат күрше ауылдағы магазиндан бер аҙ аҙыҡ-түлек алып килде. Икеһе лә асыҡҡайны.
Өйҙә ҡалырға теләмәнеләр, машинаға ултырып, кеше күҙенән алыҫыраҡ, урман төпкөлөнәрәк инеп урынлаштылар.
Ринатты бында һәр эт белә, былай ҙа юлда торған машинаны күреп аптыраусылар табылғандыр...
Өйләнешергә килешеп бөткәйне Инде улар. Ата-әсәләре менән һөйләшеп, туй көнөн дә билдәләгәйнеләр. Алтын балдаҡтар, туй күлдәктәре лә алынғайны.
Әммә уны кейергә, бәхетле туй көнөн күрергә генә яҙманы шул...
Ул көндө Ринат Гөлкәйе янына бөгөнгө кеүек ашҡынып, ярһып килде. Йөрәге тап бөгөнгөләй сабып типте, үҙе лә кәрәкмәгәнгә ҡабаланды, биш минут эсендә йыйынып, сығып та китте. Гөлкәй, уҡып бөткәндән һуң, үҙҙәренең ауылында фельдшер булып эш башлағайны.
– Иртәгә ял, мин һине үҙебеҙгә алып ҡайтырға килдем, Гөлкәй!.. – тип барғас та ҡыҙға йыйынырға кәрәк икәнен белдерҙе.
– Әлләсе... – Ҡыҙыҡай икеләнеп ҡалды. – Әллә нисек бит әле. Туйҙарына саҡлы көтә лә алмаған, егетенә үҙе килеп еткән, тип әйтерҙәр...
– Кем? Бөтәһе лә беҙҙең һөйөүҙең ни тиклем көслө икәнен, әллә ҡасандан йөрөүебеҙҙе белә. Тамсы ла аптырамаясаҡтар!
– Шулай ҙа бөгөн йөрөмәйек. Аяғым тартмай. Унан, яҡын ара түгел бит.
– Беҙҙе көтәләр!..
– Саҡырған ергә бар, ниңә ҡарышаһың? – Ҡыҙҙың апаһы Гөлфиә Ринатты яҡлашты. Их, шунда Ринат Гөлкәйҙе алып ҡайтырға шул тиклем ашҡынмаған булһасы! Йә Гөлкәй үҙ һүҙендә ныҡ торһа... Бик булмаһа, апаһы ҡаршы төшһә!..
Бәлки, бер нәмә лә булмаҫ ине. Туй көнөн сабыр ғына көтөп алып, бәхетле ғүмер ҡороп ебәрерҙәр ине. Әммә иртәгә нимә булырын кем белә?
(Дауамы бар).
Гөлнара МОСТАФИНА.
Фото Т.Роза
Читайте нас: