Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәр менән тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар?
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәис, ҡыҙың Азалия, улың Раил, ейәнең Аяз.
***
0554 Ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ Самиҡова Зилә Нәжиб ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм изгеләрҙән-изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ, һин изге күңелле, аҡыллы, тырыш, туған йәнлеһең. Шундай булғаның өсөн беҙ һиңә бик рәхмәтлебеҙ. Алдағы тормошоңда оҙон, сәләмәт, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Тормош иптәшең, кейәүебеҙ Рәис менән балаларығыҙҙың ҡыуаныс-шатлыҡтарын, изгелектәрен күреп, бәхетле йәшәргә яҙһын. Аллаһы Тәғәлә һиңә тән сәләмәтлеге, йән тыныслығы бирһен.
Ҡотло булһын юбилейың,
Тыуған көнөң – ғүмер байрамың.
Ҡабул ит һин беҙҙән ҙур бүләкте,
Изге теләктәрҙең бәйләмен.
Ауырлыҡтар урап үтһен һине,
Тик уңыштар юлдаш булһындар.
Атыр таңдар, барыр юлдарың
Шатлыҡтарҙан ғына торһондар.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың.