Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Май 2021, 16:47

"Күршеңде һатып ал"...

Тигән әйтем юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр. Эргә-тирәңдәгеләр менән аңлашып, татыу йәшәүгә ни етә лә һуң! Тик был ике күрше был турала белмәгән ахыры...

Ике күрше араһындағы тартҡылаш берәүһенең дауаханаға эләгеүе менән тамамланған.
14 май көндөҙ Өфөнөң Менделеев урамындағы күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында йәшәгән 39 йәшлек ир ишек алдында автомобилендә йыр тыңлаған водителдән шымыраҡ булыуын һорай. Тик 31 йәшлек күршеһе көндөҙ ҡысҡыртып йыр тыңлау тыйылмағанлығы тураһында иҫкәртә. Шулай талашып китә ике күрше. Шунан фатирҙағы ир килеп сығып, эште олоға ебәрә: автомобилдәге күршеһен һөйрәп сығарып, туҡмай һәм түшенә бысаҡ менән сәнсә.
Яраланған ирҙе дауаханаға оҙаталар. Саҡыртыуға килеп еткән полицейскийҙар өйҙәр араһында йәшеренгән һөжүм итеүсене тотҡарлаған һәм ул ғәйебен таныған. Кешегә ҡул күтәргән ирҙең иҫерек булыуы билдәле.
39 йәшлек иргә ҡарата "ҡорал ҡулланып кеше һаулығына ауыр зыян килтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Уға ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

Фото:smartik.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K-rshe-de-atip-al-795861/
Читайте нас: