Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Май 2021, 09:53

Фиҙаҡәр хеҙмәт юлын үтә

Элек-электән китапханасы йәмғиәт тормошонда мөһим урын биләгән һәм биләйәсәк. Уның эше табип һәм уҡытыусының эше кеүек күренеп бармайҙыр, бәлки, әммә йәмғиәткә булған йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ. Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Камила Әлмөхәмәтова ла ғүмеренең күп өлөшөн китапхана эшенә бағышлаған.

- Өфө китапхана техникумында уҡыу тураһында иғлан күрҙем дә унда барырға булдым. Уҡыған ваҡытта бер нисә ҡыҙ менән бергәләп өс йыл ҡуртымға фатир алып йәшәнек. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар... Нисек кенә булмаһын, атайым уҡытырға тырышты. Техникумды уңышлы тамамлағас, Бишауыл-Уңғар ауылында - бер, унан район үҙәк китапханаһында ике йыл эшләнем. Китапхана мөдире Рима Мөхәмәтшина ине. Мин ябай китапханасы булдым. Төрлө әҙәби кисәләр үткәрҙек. Артабан Түбәнге Төкөн ауылына эшкә ебәрҙеләр. Бер көн үҙ ауылыма түгел, икенсе ауылға ебәрегеҙ, тип министрлыҡҡа киттем. Шулай ҙа, тыуған ауылыма эшкә ҡайтырға тура килде. Ул ваҡытта тормош шарттары бик еңелдән булмай. Бәләкәй генә ағас бинаны феләк менән һыу ташып, утын ярып, мейес яғып йылыта инек. Әммә эштең ауыр булыуынан ҡурҡманыҡ. Аҙаҡ иҫке ағас клубтан балалар баҡсаһы бинаһына күсерҙеләр. Был урынды яңынан балалар баҡсаһы иткәс, мәктәптән бүлмә бирҙеләр. Һуңынан яңы клуб төҙөлгәс, китапхана шунда булдырыла. Ике күсенеү – бер янғын, тигәндәй, шул тиклем китапты ташып, урынлаштырып та бөтөрөргә кәрәк бит әле! Ял ваҡыттарында һауынсылар уҡыһын тип, фермаға ауыл хужалығы тураһында китаптар алып бара инек. Китап биреүҙән тыш, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә лә йөрөнөм,- ти Камила инәй. – Беҙҙең эшебеҙҙең төп маҡсаты - китапхананан ситләшкән ауыл халҡының иғтибарын әҙәбиәткә йәлеп итеү, гәзит-журналдарға, китаптарға ҡыҙыҡһыныуын уятыу, китап уҡыуҙың ҡыҙыҡлы, файҙалы һәм кәрәкле шөғөл булыуын еткереү. Йәмғиәт интернет, телевизор, телефон менән “сихырланған” осорҙа балаларҙы тылсымлы китап донъяһына алып инеү, китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу бөгөн дә иң көнүҙәк проблема булып торалыр, тип уйлайым. Уҡыусылар китапханан ситләшмәһен, бары тик шул осраҡта мәктәптә лә яҡшы уҡырҙар, тормошта ла үҙ урындарын дөрөс табырҙар. Китаптар, ҡайһы ғына өлкәгә ҡарамаһын, беҙгә матурлыҡты күрергә, йәшәргә, тормошто аңларға өйрәтә, тәжрибә тупларға, аҡыл эшмәкәрлеген үҫтерергә булыша. Йәш быуын шуны аңлаһын ине,- тип борсола ул.
Камила Әлмөхәмәтова заманында ауыл биләмәһенең йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Китап хана эшенән башҡа һайлауға ике ай алдан әҙерләнеп, лозунгылар, флажоктар яһай, “Боевой лист”тар сығара. Ул ғына ла түгел, ауылдаштары менән бер рәттән сөгөл дөр эшләгән, төнгө сменала елгәргестә иген таҙартҡан. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн хеҙмәт уҙаманы исеме бирәләр уға.
Китапханасылар хеҙмәте тәү ҡарашҡа ғына тыныс һәм күҙгә ташланып бармаған кеүек күренә. Әммә, ысынында, хеҙмәткәрҙәрҙең тәрән белемле, киң эрудициялы булыуы, тәрбиәлелек, уҡымышлылыҡ, башҡарыу оҫталығы, һөйкөмлөлөк, яғымлылыҡ, тапҡырлыҡ, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе талап ителә. Камилә Кәрим ҡыҙы тап шундайҙарҙан. Уға тәрән аҡыллылыҡ, ихласлыҡ, ябайлыҡ хас. Китапхана фонды менән эшләү уның хеҙ мәтенең бер йүнәлеше булһа, икенсе йүнәлеше - уҡыусылар менән эшләү. Ул китапханаға килеүселәргә консультация бирә, кәрәкле әсбап табырға ярҙам итә. Ошо китапханала эшләп халыҡты хеҙмәтләндерә һәм хаҡлы ялға сыға.
Ғүмере буйы китаптан айырылмаған уҙаман әле лә уҡымай тора алмай, ваҡытлы баҫмаларҙы көтөп ала.
- Китапханаға ла гәзит-журналдар булһа ла унар баҫмаға яҙыла торғайным. Гәзит килмәй торһа, элекке һанын ҡабаттан уҡый башлайым. Бөгөнгө көндә лә гәзит-журналһыҙ тормайым,- ти Камила инәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош ғазапһыҙ булмай. Күптән түгел бер улы вафат була. Эйе, Хоҙай бер кемгә лә бала ҡайғыһы күрһәтмәһен. Илап күҙ нурҙарым йыуылып бөттө инде, ти ул. Камила инәйгә сабырлыҡ, түҙемлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Читайте нас: