Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Май 2021, 11:17

Үҙ иренең башына еткән...

Әбйәлил районындағы ҡот осҡос хәл бар республика халҡын шаҡ ҡатырҙы. Шәмбе көнө Ташбулат ауылында фажиғәле хәл теркәлгән.

Спиртлы эсемлектәр ҡабул иткән 1982 йылғы ир, ҡыҙғанып, ҡатынына ҡул күтәрә. Ир менән ҡатын араһында низағ сыға. Ярһыған ҡатын үҙе лә һиҙмәҫтән (ул дүрт бала әсәһе) ирҙе бысаҡ менән яралай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәрәхәт алған ғаилә башлығы күп ҡан юғалтыуҙан ваҡиға урынында йән бирә. Осраҡ буйынса тикшереү - тәфтиш комитеты тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған, үлем сәбәптәре тикшерелә.

Аяныслы хәлдең килеп сығыуында был осраҡта ла эскелек сәбәпсе булып тора. Һуңғы ваҡытта ғаилә ыҙғыштарында хәлдәрҙең фажиғәле тамамланыуы күҙәтелә. Берең ҡыҙғанда, икенсең бер аҙ өндәшмәй тороп торғанда йәиһә хәлде киҫкенләштермәгәндә, бәлки, үлем осрағы ла булмаҫ ине. Терһәк яҡында ла, тик уны тешләп булмай шул...

Фото:kaktus.media
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/irene-bashina-etk-n-795884/
Читайте нас: