Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.
Бөгөн республикала министрлыҡ ҡарамағында 4050 белем биреү объекты бар. Уларҙың 51-е хәүефтең беренсе категорияһына ҡарай (унда 1100-ҙән ашыу кеше), икенсе категория – 198, өсөнсө категория – 1989 һәм дүртенсе категория – 1812 объект.
Министр белдереүенсә, республикала белем биреү объекттарын махсус һаҡлау буйынса күрһәткестәр юғары түгел. Объекттарҙың 60 процентында ғына бындай һаҡ ойошторолған.
Бынан тыш, мәғариф учреждениеларын һаҡлау буйынса вәкәләттәр Росгвардияға тапшырылғандан һуң, мәктәптәрҙе техник һаҡлау буйынса хаҡтар бер нисә тапҡырға артҡан. Хәҙер ул сәғәтенә 9 һум 90 тин тәшкил итә, ә элек 3 һум 92 тин булған.
– Был хеҙмәттең ҡапыл артыуы йыллыҡ сығымдарҙың байтаҡҡа күбәйеүенә килтерҙе һәм 52,5 миллион һум тәшкил итте. Бынан тыш, йыл һайын республика һәм муниципалитеттар бюджеттарынан өҫтәмә рәүештә 141,6 миллион һум бүленеп тора, – тине Айбулат Хажин.
Белем биреү учреждениеларын һаҡлауҙың түбән квалификация кимәленең икенсе сәбәбе – ауыл ерендә шәхси һаҡ ойошмалары булмауы.
12 майға ҡарата белем биреү учреждениеларын инженер-техник системалар һәм һаҡ саралары менән йыһазландырыу өсөн 530,3 миллион һум аҡса кәрәк. Уларҙың 496,7 миллион һумы – муниципаль белем биреү ойошмаларына, 33,6 миллион һумы Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларға тура килә.
– Беҙҙә башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда мәктәптәр күп. Өс мәсьәләне хәл итергә кәрәк: мәктәптәрҙе техник йыһазландырыу, физик һаҡ һәм иң мөһиме – педагогтарҙың балалар менән эшләүе. Беҙҙең балаларҙың уйында нимә бар? Уҡытыусылар балаларға, үҫмерҙәрҙең тәртибенә, үҙен тотошона иғтибарҙы арттырырға тейеш. Тормош шуны күрһәтә: Ҡазандағы кеүек фажиғәне булдырмау ҙа мөмкин ине, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, тикшереү һөҙөмтәһендә, ҙур ҡалалар Стәрлетамаҡ менән Салауатта һаҡ насар ойошторолоуы асыҡланған. Тап ошо ҡалалар һәм Өфө айырыуса ҙур иғтибарға алынырға тейеш.
Кәңәшмәлә муниципалитеттар башлыҡтарына хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм һаҡ ойошмалары менән берлектә мәктәптәрҙә уҡыу-күнекмә саралары үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушылды.