Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Май 2021, 15:56

Һабанда һайрашыр мәл

Ауыл хужалығы предприятиеларында, фермер хужалыҡтарында сәсеү кампанияһының ҡыҙған сағы. Ә ҡайһы берҙәрендә, мәҫәлән, “Артемида”, “ШАИМОРАТ” йәмғиәттәрендә, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында эштәр тамамланған да.

Аяҙ һауа торошо, аграрийҙарҙың тырышлығы һәм, әлбиттә, заманса техника был яуаплы эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн булышлыҡ итә.
Был көндәрҙә МТС-тың Ҡырмыҫҡалы филиалының бөтә баҫыуҙарында ла яҙғы культураларҙы сәсеү йылдам бара. Беҙ барғанда трактор тауыштары, агрегаттар гөрләүе алыҫтан ишетелеп тора ине. Филиалдың әйҙәүсе агрономы Рәүф Мортазин Мырҙа ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ҡаршы алды һәм эштәр тураһында һөйләне.
- Яҙғы баҫыу эштәре тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Эш ике сменала ойошторолған. Әлеге көндә ярауай рапс сәселә, тамамларға ла күп ҡалманы. 540 гектарҙан 85-е генә ҡалды. Шулай уҡ бойҙай сәсеү 1400 гектар ерҙә тамамланды. 406 гектарҙа сөгөлдөр сәселде, уға һәм 1150 гектарҙағы ужым культураларына химик утау бара. 600 гектар майҙанда арпа сәсеүгә лә төштөк. Сәсеү эштәре менән бер рәттән, ергә минераль ашламалар индерелә, ужым культуралары өҫтәмә туҡландырыла.
Тәжрибәле механизаторҙар Рөстәм Рәхмәтуллин, Иван Федоров, Вячеслав Лежнев, Фәүзи Нурғәлиев, Азамат Гаппаров, Зәбир Мөхәмәтов үҙ эштәренә яуаплы ҡарап, ҙур һәм мөһим эштәр башҡаралар. Инженер Айнур Тажетдинов - “John Deere” тракторҙары белгесе, ремонт кәрәк булһа, ул ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер. Хеҙмәтсәндәрҙе ашнаҡсылар Эльвира Хөснетдинова һәм Глүзә Кәримова тәмле аштары менән һыйлай. Әлбиттә, мөһим кампанияны Ҡыр­мыҫҡалы филиалы бүлексәһе дирек­торы Радмир Мөхәррәмовтан, управляющий Айҙар Бикташевтан һәм бүлексә аг­рономы Рөстәм Заһиҙуллиндан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Уларҙың барыһы ла ең һыҙғанып эшләй, - тип һөйләне Рәүф Мәсхүт улы.
Бер көн йылды туйҙыра торған әһәмиәтле мәлдә аграрийҙар буласаҡ уңыш өсөн алһыҙ-ялһыҙ тырыша. Сәсеү кампанияһы уңышлы тамамланып, алдағы көндәрҙә шифалы ямғырҙар ҙа яуһа, һөҙөмтә булыр, тигән ышаныста ҡала ауыл эшсәндәре.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Эльнара Шаймарҙанова фотоһы
Читайте нас в